Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
10 Октябрь 2020, 23:54

Бәпесен ярты йылдан ашыу шкафта тотҡан

37 йәшлек Юлиә йөклө булған, тик ниңәлер дауаханаға мөрәжәғәт итмәгән, учетҡа тормаған.

Был ҡот осҡос хәл Свердловск өлкәһендә булған.
37 йәшлек Юлиә йөклө булған, тик ниңәлер дауаханаға мөрәжәғәт итмәгән, учетҡа тормаған. Ҡатын балаһын өйҙә тапҡан, ҡунаҡҡа килгән ата-әсәһенә һәм таныштарына, ҡыҙым үле тыуҙы, тигән. Баланың иҫән булыуын бер кем дә белмәгән. Үҙенең 13 һәм 3 йәшлек балаларына был хәл тураһында һөйләүҙе тыйған.
Ҡатындың яңы тыуған сабыйҙы шкафта сумкала тотоуы ярты йылдан һуң ғына билдәле була – уны дуҫтары табып, хоҡуҡ һаҡсыларын саҡырта. Баланы тейешенсә ашатмағандар, ул бик ныҡ ябыҡҡан, ҡыҙҙың өсөнсө дәрәжә гипотрофияһы асыҡланған, башҡа етди ауырыуҙарға шик бар. Ҡанһыҙ ҡатын сабыйы астан үлер тип өмөтләнгән. Таныштары һөйләүенсә, Юлиә иренән киткән, сөнки ире уның менән тупаҫ мөғәмәләлә булған.
Тәфтиш комитеты шкафта бала тотҡан әсәгә ҡарата енәйәт эше асҡан.
Фото: Т. Аманов.
Яңылыҡ авторы: Инсаф Хужабирганов
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: