Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
7 Октябрь 2020, 13:05

Кеше ҡайғыһында аҡса эшләгән

Яҡындары вафат булған ҡала халҡы бындай оятһыҙлыҡ менән йыш осраша. Ғәҙәттә, ғаилә ағзалары ауыр хәлгә тарып өлгөрмәй, фатир ишегендә ҡыңғырау шылтырай. Ишекте асыуға, ерләү хеҙмәттәре вәкиле тәҡдимдәре менән килгән дә була. Хатта ике төрлө ойошманан бергә тура килеп, мәйетте ер ҡуйынына тапшырыу өсөн талашып-һуғышып киткән осраҡтар ҙа булғылай.

Был нилектән шулай килеп сыға һуң? Күрәһең, ерләү хеҙмәттәренең дауаханаларҙа, полицияла уларға мәрхүмдәр тураһында мәғлүмәтте еткереп торған үҙ кешеләре бар. Уларҙан хәбәр алыу менән тейешле адрес буйынса ашығалар. Беренсе булып барып етеп, вафат булған кешенең туғандары менән килешеү төҙөп өлгөрөү өсөн...
Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында суд шундай бер эште ҡараны. Полицейский бер йыл буйы ерләү хеҙмәттәре күрһәткән салонға үлгән кешеләр хаҡында мәғлүмәт һатып торған. Шуның менән ул 61 мең һум аҡса эшләгән.
Һөҙөмтәлә ул эштән ҡыуыла, ә суд уны ришүәт алыуҙа һәм вазифаһынан насар ниәттә файҙаланыуҙа ғәйепле тип таба. Элекке полицейский ғәйебен танымаһа ла, ул ике йыл һынау ваҡыты менән шартлы рәүештә ике йылға иректән мәхрүм ителә, шулай уҡ иргә ике йыл хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү тыйыла.
Фото: psj.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Читайте нас: