Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
4 Октябрь 2020, 17:15

Үҙе лә етем үҫкән, хәҙер сабыйы...

Етем үҫкән йәш әсәй тормош һынауҙары алдында япа-яңғыҙ ҡалған.

Өфөлә етем үҫкән ҡыҙ тормош һынауҙары алдында япа-яңғыҙ ҡалған. Был турала "Пар ҡанат" ойошмаһы ирекмәндәре хәбәр итә. Ҡыҙ тәүгә әсәлек хисен кисерер мәле етеп, бәпес табырға дауаханаға ятҡан. Ҡыҙ бала донъяға килгән. Тик һөйгәне, уны шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлау урынына, уларҙан баш тартҡан. Ҡыҙ тураһында ирекмәндәр ыңғай хәбәр генә һөйләй: яҡшы кеше, бик тырыш, бәпәй табырға көнө еткәнсе тиерлек эшләгән, әммә баланы табырға ваҡыт еткәс, ныҡ ауырыған, шуға сабыйын ҡорһағын ярып алғандар, хәҙер барыһы ла яҡшы. Әлегә әсә менән сабый бала табыу йортонда. Уларҙың сыҡҡанын берәү ҙә көтөп тормай. Пособие йүнләп алғансы байтаҡ ваҡыт талап ителә, ә уларға ашарға, бәпескә кейем-һалым һ.б. кәрәк буласаҡ. Әле ирекмәндәр йәш ҡатынға һәм балаға ярҙам йыйыуҙы ойошторған: кемдер әйберләтә, кемдер аҡсалата тапшыра ала. Беҙҙәге изге күңелле кешеләр яңыраҡ Мәскәүҙән килеп балаһы менән ҡайта алмай йөрөгән йәш әсәгә лә ярҙам итеп ебәргәйне. Әле лә ауыр тормош һынауҙары алдында яңғыҙ ҡалған йәш әсәнең хәленә битараф ҡалмаҫтар, моғайын. Ундайҙар булһа,"Пар ҡанат" фонды сайтына инеп, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе белешә ала. Фото:earth.com Автор: Аклима Гизатуллина https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/e-l-etem--k-n-h-er-sabiyi-483014/
Читайте нас: