Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
3 Октябрь 2020, 14:25

81 йәшлек әбейҙе талаған

Белорет районының Инйәр ауылында Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө байрамында күңелһеҙ ваҡиға теркәлгән. 81 йәшлек инәй үҙенең урамы буйлап саф һауа һуларға сыҡҡанда билдәһеҙ кеше уның сумкаһын тартып алырға маташҡан.

Оло йәштәге инәй баҙап ҡалмаған: үҙенең пенсияһы аҡсаһын бар көсөнә һаҡларға тырышҡан. Уның ҡысҡырған тауышына күршеләре килеп еткән, ауылдаштары полиция саҡыртҡан.
Инәйгә һөжүм иткән 34 йәшлек ир хоҡуҡ һаҡлау бүлегенә килтерелгән, ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған. Уның алда ла хөкөм ителгәне асыҡланған.
Киреһенсә, байрам көнөндә үтеп барған оло кешене ҡотлаһа, инәй ҙә бөгөн оло тетрәнеү кисермәҫ, үҙе лә сауап алыр, тикшереү изоляторында ултырмаҫ ине...
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: