Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
24 Сентябрь 2020, 18:40

Ағиҙел буйындағы атышты кем ойошторған?

Полиция хеҙмәткәрҙәре 22 сентябрҙә Өфөлә, Ағиҙел яры буйында атыш ойошторған 26 йәшлек егетте тотҡан.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, ирҙе 3-сө полиция бүлегенә килтергәндәр. Пистолетын тартып алғандар. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, үҙенең автомобиленә идара иткән килеш, ул пистолетынан бер нисә тапҡыр атҡан. ”Хәҙер тәртип боҙоусыны законға ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе ҡарала,” - тип хәбәр итә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре.
Атыш ойоштороусының кем икәнлеге асыҡланған. Ул Әрмәнстанда йәшәгән 26 йәшлек Әлихан тигән егет булып сыҡҡан. Туй кортежында ҡатнашып, шатлыҡлы ваҡиғаны атыш менән “йәмләргә” тырышҡан. Урындағы закондарҙы, тәртипте һанламау хатта ҡунаҡтарға ла төҫ түгел, башҡалар өсөн дә һабаҡ булырлыҡ ваҡиға был.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в