Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
22 Сентябрь 2020, 14:04

“Нимәһе менән туғандарына ярамаған?”

“Баҡтиһәң, оло кешене туғандары, шифаханаға алып барабыҙ тип алдап, ҡарттар йортона килтергән икән. Бабайҙың күҙ йәштәрен тыя алмай илауы йөрәк өҙгөс күренеш ине...”

Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында Рәсәйҙәге берҙән-бер ҡарттар һәм балалар йортон берләштергән учреждение урынлашҡан. Уның етәксеһе Эльза Рәзиф ҡыҙы Шәйхетдинова менән йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ. Һөҙөмтәлә, көтөлгәндән дә ҡыҙыҡлыраҡ, урындары менән тетрәндергес һөйләшеү килеп сыҡты. Был яҙманы гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ, ә бөгөн ошо учреждениела булған хәлдәрҙең береһен иғтибарығыҙға тәҡдим итмәксебеҙ. – Бында төрлө йәштәге, төрлө холоҡло, төрлө социаль ҡатламдарға ҡараған кешеләр йыйылған. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – тыныс, татыу мөхитте һаҡлау. Ә кешеләр көнкүреш ваҡ-төйәге өсөн әрләшеп китеүе, кемдеңдер шәфҡәт туташына асыуланыуы, икенсеһенең аш-һыуҙы оҡшатмауы һәм башҡа мең сәбәп табылыуы ихтимал. Ниндәй генә хәл булмаһын, кешене тыңлай белеү, уртаҡ ҡарар табыу һәм аңлашыу мөһим. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр ошоно яҡшы аңлай, шөкөр. Тағы бер үҙенсәлек бар: эстә үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар булған осраҡта ла, кемдер ситтән килеп учреждение тураһында ғәҙелһеҙерәк һүҙ әйтә икән, барыһы ла бер бөтөн булып уртаҡ йортон яҡлаясаҡ. Был да беҙҙең өсөн бик мөһим. Хеҙмәткәрҙәргә килгәндә, нисек кенә ҡыйын булмаһын, һәр кем үҙ урынында эшләй, үткенселәр беҙҙә юҡ. Шулай ҙа иң ҡатмарлыһы – кешегә ҡайҙа һәм ни өсөн эләккәнен аңлатыу. Эйе, бәғзе бер осраҡта ҡайһы берәүҙәр яҡындары уны ҡайҙа алып килгәнен белмәй ҙә ҡала... Бына бер миҫал. Былтыр Йылайыр районынан туғандары оло йәштәге кешене килтерҙе. Бабайҙы тәртип буйынса тәүҙә медицина изоляторына һалдыҡ. Эргәһендә генә шәфҡәт туташтарының бүлмәһе урынлашҡан. Бер ваҡыт уларҙың ҡолағына салынған: кемдер ҡысҡырып, әсенеп илай һәм нимәлер аңлатырға маташа икән. Әлбиттә, ҡыҙҙар йүгереп күрше бүлмәгә ингән: – Улар мине алданылар, алданылар! Ниңә мине бында килтерҙеләр? – тип бабай ҡыҙҙарға ташланған. Баҡһаң, оло кешене туғандары шифаханаға алып барабыҙ тип алдап, документтарын туплап, беҙҙең учреждениеға килтергән икән. Әлбиттә, ҡарт кешенең күҙ йәштәрен тыя алмай илауы бик аяныслы күренеш булды, йөрәк өҙгөс хәл ине был. Районына шылтыратып белешһәк, уның йортон туғандары үҙҙәренә яҙҙырып өлгөргән, ә бер кемгә лә кәрәкмәгән бабайҙы беҙгә ебәргәндәр булып сыҡты. Бабай бер йыл самаһы бер кем менән дә аралашманы, үҙ-үҙенә йомолдо, учреждение тормошонда ҡатнашманы. Психологтар уның менән күп эшләне. Яңы йылға табан, ҡар яуғас, уның йә ҡар көрәгәнен, йә юлды һепереп ҡуйыуын күрә башланыҡ. Шәфҡәт туташтары, тәжрибәле ҡыҙҙар, был хәлде шунда уҡ элеп алды: теге йәки был эштәргә йәлеп итә башланылар. Бабай ылығып китте. Эргәлә балаларҙың булыуы ла уның өсөн файҙаға булды – асылды, күңеле күтәрелә башланы. Быйыл яҙ уның тәүге тапҡыр йылмайғанын күрҙек... Был хәлде иҫләгән һайын, күңелде әрнеү баҫа: шул тиклем ыңғай, ихлас, тыныс бабай нимәһе менән туғандарына ярамаған? Үҙ аяғында йөрөй, эшләй, һөйләшә – тағы нимә кәрәк? Шулай, ваҡыт үтеү менән кешеләр учреждениеға өйрәнә, ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре барлыҡҡа килә, - ти Эльза Рәзиф ҡыҙы. Ғөмүмән, оҙаҡ йылдар өлкән йәштәгеләрҙе һәм бәлиғ булмағандарҙы реабилитациялау һәм социаль хеҙмәтләндереү тармағында эшләгән Э. Шәйхетдинованың багажында төрлө тарихтар бик күп. Тормош хаяһыҙлығы алдында баҙап ҡалған, ярҙамға һәм хәстәргә мохтаждарҙы бер бөтөн итеп татыу һәм яуаплы коллектив туплаған етәксене тыңлайһың да, уның һаман да иҫ киткес нескә һәм изге булмышлы кеше булып ҡала алғанына, күңеле ҡатмағанына һоҡланмайынса булдыра алмайһың. Фото: i.pinimg.com Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Nim-e-men-n-tu-andarina-yarama-an-464834/
Читайте нас: