Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
21 Сентябрь 2020, 15:25

Уға ни бары 20 йәш булған...

Ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы Әбйәлил районында теркәлгән.

Кисә төндә Әбйәлил районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 258-се километрында "Daewoo Nexiа" автомобиле ҡаршы килгән "МАН" йөк машинаһына бәрелә.
Еңел автомобиль рулендә - 20 йәшлек Өфө егете, йөк машинаһында 54 йәшлек Стәрлетамаҡ районы кешеһе булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш кеше тиҙ ярҙам хеҙмәте килеп еткәнсе йән бирә.
Республика юлдарында ял көндәре бик күңелһеҙ тамамланды: күп кеше ғүмерҙәре ҡыйылды. Шуға күрә юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: