... Фәриҙә (исеме үҙгәртеп алынды – авт.) берҙән-бер ҡыҙын яңғыҙы үҫтерә. Ҡатын тормошонан ҡәнәғәт булмай һәм ни эшләптер бар бәхетһеҙлегендә бәләкәсен ғәйепле күрә. Балаға ныҡлы тәрбиә бирәм тип, уға ҡырыҫ, талапсан була. Сабыйын арҡаһынан һыйпап һөйөү, һорауҙар биреп, хәлен белешеү, эске донъяһын аңлау урынына гел генә ҡаты бәрелә. Ҡыҙҙың дуҫтары ла булмай. Сөнки әсә уны бер кем менән дә яҡынлаштырмай, тиҫтерҙәре менән бик уйнатмай. Бер ваҡыт хатта әсәй кеше уйнап йөрөгән ҡыҙы артынан сыбыҡ менән килеп, алып ҡайтып китә. Ошоно күргән тиҫтерҙәре унан көлә башлай. “Һине әсәйең ошолай итеп сыбыҡ менән алып ҡайтып китте. Башҡаса һинең менән уйнамайбыҙ”, - тип үсекләйҙәр. Ҡыҙ ғәрлегенән үкһеп илай. Өйөндә лә ошо турала уйлап, бик көйөнә. Нисек тә булһа ҡыҙҙарҙы үҙе яғынан ауҙарырға теләй. Яйын таба. Әсәһенең кеҫәһендәге аҡсаһын һорамай алып, магазинға китә. Унда кәнфиттәр һатып ала ла иптәштәрен һыйлай. “Һеҙ минең менән уйнағыҙ, шулай гел килтерермен”, - ти. Күпмелер ваҡыттан һуң әсә кеше урланған аҡсаны белеп ҡала һәм, ҡыҙға тағы эләгә...