Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
14 Сентябрь 2020, 17:03

Соҡорҙа үткән биш сәғәт

Граждандарҙы яҡлау буйынса идаралыҡ Өфөлә урман һыҙатында аңғармаҫтан соҡорға ҡолап төшкән 54 йәшлек ирҙе ҡотҡарыуҙары тураһында хәбәр итә. Ул унда тимер юлы платформаһы буйлап ҡалаға юлланғанда барып төшкән һәм үҙаллы сыға алмаған.

Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, зыян күреүсе тураһында мәғлүмәт 13 сентябрҙә киске сәғәт 11-се яртыла алынған. Ваҡиға урынына килеп еткәс, улар ирҙең Блюхер урамына табан китеп барғанда, ҡараңғыла яҙа баҫып, ике метр тәрәнлектәге соҡорға йығылып төшөүен асыҡлай.

Ҡолаған ваҡытта телефонды юғалттым, шунлыҡтан үҙем ҡотҡарыусыларға шылтырата алманым, тигән зыян күреүсе. Шул хәлдә соҡор төбөндә уға биш сәғәт ятырға тура килә. Уның ярҙам һорап ҡысҡырғанын, ыңғырашҡанын үтеп барған ҡатын ишетеп ҡала һәм 112 телефонына шылтырата.
Ҡотҡарыусылар ирҙе соҡорҙан сығарып дауаханаға оҙатҡан.

Фото: fotokto.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
  • Читайте нас: