Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
14 Сентябрь 2020, 15:35

Меҫкен тереләй янған...

Кисә таң менән М5 трассаһында үлемесле авария теркәлә. Ул Шишмә районы биләмәһендә, Арыҫлан ауылы янында була.

ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, 32 йәшлек водитель “Мазда 6” автомобилендә Һамар йүнәлешендә китеп барған. Бер мәл ир кеше машинаға идара итеү һәләтен юғалта һәм юлды айырған тимер сикләгескә тейеп, мәғлүмәт щиты бағанаһына барып бәрелә.
Күп төрлө зыян алған автомобиль янып китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель унан сыға алмай һәм урында һәләк була.
Полиция хеҙмәткәрҙәре урынды ҡарап сыҡҡан һәм авария буйынса тикшереү башлаған. Уларға фажиғәнең нимәнен килеп сығыуын асыҡларға кәрәк.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: