Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
12 Сентябрь 2020, 09:11

“Үҙ бәхетемде үҙем емерҙем...”

- Ә ирем бит мине ысынлап ярата ине...

Тормош, ысынлап та, ҡуласа икән, – тип башланы һүҙен туҡталышта бер осрашҡанда Мәҙинә. – Әгәр мөмкин булһа, бер нисә йыл элекке тормошомдо кире ҡайтарыр инем. Тик хәҙер терһәкте бер нисек тә тешләп булмай...” Баҡтиһәң, тормошо бик йәмле, йүнле күренгән ҡатындың ире айырылышырға теләй икән. “Уның мине күргеһе лә килмәй. Быға үҙем ғәйепле. Икенсе ҡатын артынан эйәреп киткән беренсе иремә үс итеп, Наилемде ысын мәғәнәһендә ыҙалаттым: һәр кемдән көнләштем, көн дә уның менән һүҙгә килештем, әрләштем... Ә ул бит мине ысынлап ярата ине. Күрәһең, алама холоҡ, һалҡынлыҡ менән хатта көслө мөхәббәтте лә юҡ итеп була икән...” Мәҙинәнең һөйләүенсә, беренсе ирен ул шул тиклем яратҡан. Үпкәләтеп ҡуймайым тип, хатта уға артыҡ һүҙ әйтергә ҡурҡҡан. Әммә ғаилә карабы ярға килеп туҡтап, селпәрәмә килгәс, һөҙөмтәлә икенсе тапҡыр иргә сыҡҡас, ул үҙенә: “Башҡаса бер кем дә минең менән былай ҡыланмаясаҡ”, – тип һүҙ биргән һәм... йәнә яңылышҡан. “Улыбыҙ тыуғас, тормошобоҙ ипкә килгәйне лә бит. Ипотека һәм кредитҡа сумып, аҡса менән бәйле проблемалар килеп сыҡҡас, ғаиләбеҙҙә тауыш нығыраҡ күтәрелә башланы. Был юлы ирем минең элекке йәберләүҙәремде, кәмһетеүемде хәтеремә төшөрә башланы һәм ғәфү итә алмауы хаҡында әйтте. Ошо саҡта үҙемдең дөрөҫ ҡыланмағанлығымды аңланым, тик бик һуң ине шул...” Өҫтәүенә быйылғы Яңы йылды ҡаршылағанда ҡатындың бер әхирәте бар табын алдында Мәҙинәнең элекке ирен үтә яратҡаны, “уның артынан эт кеүек эйәреп йөрөгәне” хаҡында белдергән. Ошо һүҙҙәр былай ҙа ауыр ғаилә тормошон йәнә ҡатмарлаштырып ебәргән. “Иремде бер ҙә юғалтҡым килмәй. Элекке хаталарымды төҙәтергә уйлайым да, тик бер нәмә лә килеп сыҡмай”, – ти Мәҙинә... Фото: amp.ukrainianwall.com. Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: