Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
10 Сентябрь 2020, 11:55
Боҙомдо ҡайтартам тип...
Стәрлетамаҡта махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре пенсионерҙы алдап аҡсаһын алған “бағымсылар”ҙың өйөнә бәреп инде.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ике ҡатын Ғафури районындағы 62 йәшлек ирҙең ихатаһына инеп, йортонда боҙом булыуы тураһында әйтә. Ҡото алынған ир уларҙан ярҙам һорай. Саҡырылмаған ҡунаҡтар үҙҙәрен тоҡомдан килгән күрәҙәсе тип таныштыра һәм ярҙам итергә була.
Йорт хужаһынан бер стакан һыу һәм яулыҡ һорап алып, улар эш башлай. Аҙаҡ йортто таҙартыу ғәмәлен дауам итеү өсөн ирҙең бөтә йыйған аҡсаһын һорайҙар. Пенсионер аҡсаның банк картаһында һаҡланыуын әйтә. Бағымсыларҙың береһе уның телефонын һорай һәм ирҙең мобиль банкына инеп, “боҙомдо ҡайтарыуын” дауам итә. Ошо рәүешле пенсионерҙың картаһынан 49 мең һум юҡҡа сыға.
Һуңлап булһа ла алданыуына төшөнгән ир полицияға шылтырата. Тәртип һаҡсылары башта “күрәҙәселәр”ҙең машинаһын, унан йәшәгән урынын асыҡлай. Улар Стәрлетамаҡта фатирҙы ҡуртымға алған булып сыға. Алдаҡсыларҙы көнөндә үк тоталар.
Төп “бағымсы” – 37 йәшлек ҡатын Ростов өлкәһенән килгән. Ул ғәйебен тулыһынса таныған. Әле мутлыҡ ҡылыусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: 02.мвд.рф
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?