Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
6 Сентябрь 2020, 01:32

“Аҡылға ултырттым...”

Иремдең апаһы менән бәләкәй саҡтан “борсағыбыҙ бешмәй”. Бер урамда уйнап үҫһәк тә, бер мәктәпкә уҡырға йөрөһәк тә, беҙ дуҫлаша алманыҡ. Үкенескә ҡаршы,

әле лә уның менән аралашыуҙан стресс ҡына кисерәм, ирем менән дә ҡәйенбикәнең яман холҡо арҡаһында эләгешеп китәбеҙ...

Ҡәйенбикәм, ике тапҡыр кейәүгә сығып, тормош ҡороп ҡараны. Әсе теллелеге менән уларға ла ярай алманы, ахыры. Ике балаһы булғас, барыбыҙ ҙа уға ярҙам ҡулы һуҙырға ғына торабыҙ.

Тик уның аҙым һайын үҙен йәлләтергә тырышыуы, алдашыуы йәнгә тейә. Уның ҡылығы ваҡ-төйәк кеүек күренһә лә, ғәмәлдә сығырҙан-сығара. Мәҫәлән, тыуған көнөнә кеҫә телефоны бүләк итһәк тә, ҡайныма беҙҙе “хатта шылтыратып ҡотламанылар ҙа” тип ошаҡлаған. Парикмахер булып эшләгән танышымдың телефон номерын һорап алды ла аҙаҡ уның тетмәһен-тетте генә! Имеш, сәстәрен насар буяған, төҫө лә барырлыҡ түгел, ә бөтәһенә лә мин ғәйепле, сөнки ул минең әхирәтем! Ғәмәлдә барыһы ла киреһенсә, бындай матур прическала уны күргәнебеҙ ҙә юҡ ине әле.

Бына хәҙер бер ай инде күршеләренә зарлана, имеш, уларҙан тынғы юҡ, эсәләр, һуғышалар... “Ниңә, улай булғас, полиция саҡыртмайһың, Рәмилә? Ай буйы йәнеңә тейгәс, балаларыңа ла ҡыйындыр”, – тим. Күршеһендә кем йәшәгәнен яҡшы беләм бит инде, эргәләге фатирҙарҙа ике яңғыҙ әбей ҙә, өҫкө ҡатта бына тигән йәш ғаилә. “Юҡ, ул әҙәмдән ҡурҡам мин! Кешенең туған­дары йүнле булғас, ана, яңы йорттан фатир алып бирәләр. Ә һеҙ мине өйөрлө алкаш араһында йәшәргә мәжбүр итәһегеҙ...” – тип әүәлгесә беҙҙең һәр беребеҙгә бысраҡ өйөүен дауам итте.

Был юлы түҙмәнем, тоттом да полиция са­ҡырттым. Йәнәһе, уның ысын йөҙөн асам. Эштең нисек тамамланыуын күҙ алдына килтерә­һе­геҙҙер инде, Рәмиләнең алдаҡсылығы асыҡ­ланды, әммә минең ғаиләләге хәл ҡатмарланды ғына. Береһе лә уны аҡылға ултыртырға тырышыуымды өнәмәне, хатта ирем дә...


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА
фото Т.Роза
Читайте нас: