Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
4 Сентябрь 2020, 13:25

“Улыма атай кәрәк, тип һаман түҙәйемме?”

...Мин, юғары уҡыу йортон тамамлап, өс йыл эшләп өлгөргән ҡыҙ, ололар өсөн “ҡарт” һанала инем, ахыры. Ғүмер үтә, үҙ тормошоңдо ҡорорға күптән ваҡыт, тип әсәйем ҡат-ҡат әйтә торғас, күп уйламай, артымдан бер тотам ҡалмай йөрөгән тиңдәшем Раилдең тәҡдименә, яҡынлыҡ хисе кисермәһәм дә, риза булдым. Оҙонға һуҙмай ижәп уҡытып, бер айҙан туй ҙа үткәреп ҡуйҙыҡ.

Шулай етди уйламай, киләсә­гемде еңел генә хәл иткәнемә аҙаҡ үкенергә тура киләсәген белмә­гәнмен шул. Яҡшы ғына башлап ебәрҙек һымаҡ тормошобоҙҙо: бөтә йәштәр кеүек өй һалып сыҡтыҡ, тәүге сабыйыбыҙҙы ҡулға алып ҡыуандыҡ, хужалыҡ эштәренә күмелдек. Мин декрет ялында оҙаҡ та ултырмай мәктәпкә уҡытырға сыҡтым.

Иремдең бурысы – йорт тирәһен, балабыҙҙы ҡарау. Алдан һөйләш­мәһәк тә, шулай килеп сыҡты, сөнки уға ауылда эш юҡ. Тәүге осор ғына ғаиләбеҙҙәге яҙылмаған был тәртип ыңғай барҙы. Торараҡ улыбыҙҙы ҡәйнәмә ҡалдырып, көноҙоно ирҙәр менән гәп һатырға сығып китеп, әҙерәк төшөрөп ҡайтырға әүәҫләнеп алды Раил. Был хәл уның тоғро ғәҙәтенә әүерелде тиһәң дә була.

Шулай йөрөй башлағандан бирле холҡо ныҡ үҙгәрҙе, бәлки, ысын асылы, булмышы үҙен күрһәтә башлағандыр ҙа. Дуҫтары менән осрашҡандан һуң өйгә ҡайтып, мине хыянатта ғәйепләй, элекке класташтарымдан, күршелә бергә уйнап үҫкән малайҙарҙан, хатта үҙе бер ваҡытта ла белмәгән-күрмәгән төркөмдәш егеттәрҙән ҡыҙғанып, дәғүә белдерә, фаразлай, “шулай булғандыр әле” тип уйлап сығарып, фантазияһын да эшкә егә. Бергә эшләгән ир заттарынан да уңайһыҙ: уларға ла ҡуша.

Башта миңә көнләшеүе ҡыҙыҡ тойола ине. Унан аңлашырға маташтым, әрләшеп тә бөттөм, илап та ҡараным – тик бер ниндәй фай­ҙаһы булманы. Һуңғараҡ өндәшмәҫкә өйрәнеп алдым. Былай шым йөрөүем дә унда шик тыуҙырмай ҡалмай: “Ә-ә-ә, дөрөҫ һүҙгә яуабың юҡмы?” – тип бәйләнә. Ҡыҫҡаһы, үҙемде нисек тотһам да, бер сә­бәпһеҙ ҙә барыбер ошо темаға тауыш сыҡмай ҡалмай.

Ҡыҙғаныу – күңел сире, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер инде. Раилдың был ауырыуы көсәйгәндән-көсәйә һымаҡ. Иң ныҡ эсте бошор­ғаны – был хәшәрәтлекте бәләкәй балабыҙ ҙа ишетеп үҫә. Быға ла Раилдың аңлатмаһы әҙер: “Белһен әсәһенең кемлеген”, – тип кенә ебәрә.

Алтынсы йыл шулай йәшәп ятабыҙ. Йәшәү тип әйтеп булмайҙыр ул быны: һәр көнөм ғазаплы, уңалмаҫ яра ҡалдырырлыҡ яман һүҙҙәре менән иҫтә ҡалырлыҡ. Өйгә ҡайтып инеү ҙур көс талап итә, аяҡ та, күңел дә унда тартмай. Бушаған ваҡытта баламды етәкләп урманға сығып йөрөүҙе ғәҙәт итеп алдым, күңелемә шунда әҙерәк тынғы табам.

Ә ситтәр менән һәйбәт мөнә­сәбәттә Раил. Кем ниндәй ярҙам һорап килһә лә, үтәргә ашығып, үҙҙәренән алда йүгерә сығып. Туғандарыма ла яҡшы һүҙле, улар, кейәүебеҙҙән уңдыҡ, ти. Эсемдә ут янһа ла, хәлемде әсәйемә лә, туғандарыма ла белгертмәй йәшәп ятҡан көнөм. Бергә эшләгән ике апайға ғына нисектер, һүҙ артынан һүҙ сығып, сиселә биреп ҡуйҙым. Гел йылмайып-көлөп йөрөгән хеҙмәттәшем: “Ундай хәбәреңде аҙ-аҙлап булһа ла һөйләп йөрө. Донъя хәлен белеп булмай”, – тип күңелемә шом һалһа, икенсеһе, йонсоу йөҙлө, һағышлы күҙлеһе: “Эскә барыһы ла һыя бит ул, һылыу”, – тип аҡыл өйрәтте.

Үҙем артабанғы яҙмышымды күҙ алдына ла килтерә алмайым: башыма сығып китергәме икән тигән уй ҙа килмәй түгел, икенсе яҡтан, үҙем атайһыҙ үҫкән кеше булараҡ, улымдың ниндәй булһа ла үҙ атаһы эргәһендә ҙурайыуын теләйем...

Фото: goodguys2greatmen.co.uk

Автор: Әҡлимә ҒИЗӘТУЛЛИНА яҙып алды.
Читайте нас: