Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
4 Сентябрь 2020, 11:45
Кем хаҡлы: ризаһыҙ ҡыҙмы, әллә ҡыҙыу водителме?
Ошо көндәрҙә ҡағыҙ эштәре менән район үҙәгенә ҡайтып килергә кәрәк булды. Үҙ транспортың булмаһа ла, 15 минут һайын йөрөп торған шәхси микроавтобустар бар.
Ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә туҡтап, халыҡты йыйып алып ҡайта улар. Әле лә шуларҙың береһенә ултырып ҡайтып барыуым.
Көҙгө көн ҡояшлы булғас, кәйеф тә шәп ине. Автобуста халыҡ апаруҡ, ҡала эсендәге туҡталыштарҙа туҡтап, кешеләрҙе юл ыңғайы ултыртып та ала. Баҡтиһәң, Өфө янындағы ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә ошо шәхси ташыусылар менән йөрөй икән.
Зубов ауылына еткәс, Өфөлә ултырған бер ҡыҙ юл хаҡын түләп, төшөп ҡалмаҡсы булды. Әммә шул мәлдә водитель, аҡсаны теүәл бирмәгәненә ишаралап, ҡысҡырта һалды. Ҡыҙ әйләнеп килеп, яңылышмағанлығын, теүәл 40 һум биргәнлеген белдерҙе. Водитель хаҡтың хәҙер 40 түгел, ә 50 һум икәнлеген әйтте. Ҡыҙ ҙа һүҙен бирмәй, “кисә генә 40 ине, бөгөн ни эшләп артып та китте?” тип ризаһыҙ һөйләнә башланы. Ул ғына ла түгел, яман һүҙҙәр менән ҡарғана-ҡарғана сумкаһынан 10 тәңкә эҙләргә кереште. Автобус эсендәге барса халыҡ аптырап ҡалды, тынлыҡ менән ни булырын күҙәтте - оло юлға сыҡҡанда берәү ҡарғанып торһон әле...
Ә ҡыҙ һаман тынмай – ҡарғыш яуҙыра. Шул мәл көтөлмәгән хәл булды: водитель ир усына йомған тимер ун һумлыҡтарҙы ҡыҙҙың йөҙөнә бәреп ебәрҙе лә, ишекте шарт ябып, ҡуҙғалып та китте... Ҡыҙ машина тәгәрмәстәренә тибә-тибә ҡысҡырынып ҡалды...
Артабан башҡалар менән үтә мөләйем булырға тырышты водитель, ныҡ ҡыҙып киткәненә үкенгәндер ҙә. Ә пассажирҙар тын ҡалғайны. Һәр кемгә уртаҡ уй тынғылыҡ бирмәне кеүек: "Кем хаҡлы: юл хаҡы ун тәңкәгә артҡаны өсөн ҡарғыш яуҙырған ризаһыҙ ҡыҙмы, әллә ҡыҙыу водителме?"
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә СайтаковА.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?