Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
3 Сентябрь 2020, 18:00

Ғүмерлек үкенес

Байтаҡ йылдар үтте инде был ваҡиғаға, тик ул әле һаман хәтерҙән сыҡмай. Онотҡанда бер булһа ла барыбер иҫкә төшә. Көҙгө байрамдарҙың береһендә дауаханала булғайны ул.

Ниндәй генә байрам булмаһын, уның алдынан, ғәҙәттә, пациенттарҙы күпләп өйҙәренә ҡайтаралар. Улар үҙҙәре лә ғаиләһенә ашҡына. Кемдең байрамды медицина ойошмаһында ҡаршылағыһы килһен инде?! Ныҡ ауыр хәлдәгеләр, табип ҡарауына мохтаждар ғына табип күрһәтмәһе буйынса хатта байрам ваҡытында ла дауаханала ҡалдырыла.

Шуға күп пациенттар өйҙәренә таралыша башланы. Тик был көндәрҙә һикһән йәштәрҙәге олатай ғына тәҙрәнән һағышлы күҙҙәрен ала алманы. Шәфҡәт туташтары, яҡын-тирәләгеләр уны ашатырға һәм уның менән аралашырға тырышты. Ә олатай, һәммәһе менән яҡшы мөғәмәләлә булһа ла, барыбер яңғыҙлыҡтан йонсоно – балаларының һәм ейәндәренең килмәүенә күңеле бошондо.

Эргә-тирәләгеләр әйтеүенсә, бүлексәләге иң оло йәштәге пациенттың хәле яҡшырғас, уны дауахананан өйгә ҡайтыу өсөн табиптар документ-белешмәләрҙе лә биргәндәр. Әммә кис палатаһында үҙе генә ҡалған олатай тәҙрәнән күҙен алмаған: ул улын көткән. Тик уныһы килмәгән...

Иртән килгән уның ғәзиз балаһы һәм атаһы ятҡан палатаға йүнәлгән, ләкин ундағы карауат ҡына буш булған. “Атайым ҡайҙа икән?” тигән һорауға дежур шәфҡәт туташы: “Бөгөн иртәнге сәғәт 6-ла атайығыҙҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны, һеҙҙе ул көтөп ала алманы”, – тип яуап биргән. Ә улы ваҡыты булһа ла дауаханаға килеп урамауына үкенгән, хатта илаған. Тик терһәкте тешләп буламы ни?! Ни сәбәп булғандыр был хәлгә, беҙгә асыҡ түгел ине. Тик нисек дауаханала ятҡан ғәзиз атайыңдың хәлен ошо ҡалала йәшәп тә барып белмәҫкә мөмкин?!
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Фото: ИА «Башинформ»
Читайте нас: