Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
31 Август 2020, 17:47

"Ниндәй йәм табып йәшәргә миңә хәҙер?"

– Бер бала бала түгел, тип йыш ҡабатлай торғайны әсәйем. Ул, һуғыштан һуңғы ауыр осор кешеһе булһа ла, һигеҙ балаға ғүмер биргән. Ә минең бер улымдан башҡа балам булманы. Шуның менән риза булманы ул. Һәм әле генә әсәйемдең ни тиклем хаҡлы булғанын аңланым, - тип башланы хәбәрен Зәлифә инәй.

Йәше әле алтмышҡа етмәһә лә, уға етмештән ашыуҙы бирерлек. Әбей бөкөрәйгән, сәстәре ҡойолған, битен тәрән йыйырсыҡ буралары йәмһеҙләгән. Ярты йыл эсендә бер башыңа шул тиклем ҡайғы төшһөн дә, матур булып йөрөп ҡара шул.

Ғаиләлә һигеҙ бала араһында төпсөк булып үҫә ул. Ете малайҙан һуң тыуған ҡыҙыҡайҙы ата-әсәһе лә, ағалары ла ҡулдарынан төшөрмәй генә үҫтерә. Иркә, йомшаҡ күңелле булып буй етә. Ире лә иркә ҡатынын ныҡ ярата, һәр теләгәнен тормошҡа ашырып ҡына тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, әллә ни ауырлыҡ күрмәй генә йәшәй Зәлифә.

Тормоштарын йәмләп улдары Руслан тыуа. Наҙлы ҡатын уны бик ауыр таба. Ауырлы булып йөрөү ҙә еңел бирелмәй, һәр ваҡыт ҡоҫҡоһо килә, башы әйләнә. Бәпесен, күпме генә йонсоһа ла, үҙе тыуҙыра алмай һәм операция яһап алалар. Ул саҡтарҙа бындай операциялар һирәгерәк эшләнгән саҡ була, икеһе лә саҡ иҫән ҡала. Ҡыҫҡаһы, Зәлифә башҡа бала тапмаҫҡа ҡарар итә. Бар мөхәббәтен һәм иғтибарын улына бирә. Уны яратып үҫтерә. Эшен ташлап, хужабикәгә әйләнә. Ирен һәм улын бағып бәхетле генә йәшәй.

Килене лә һәйбәт ғаиләнән сыҡҡан ҡыҙ була. Улын ныҡ яратһа ла, ҡайһы бер йүләр әсәләр кеүек килененән көнләшеп, йәштәрҙең араһына инеп тәмһеҙләшмәй ул. Киленен ҡыҙы кеүек ҡабул итә, әхирәттәргә үк әйләнмәһәләр ҙә, бик яҡшы мөнәсәбәттә булалар.

Ике йыл бергә торғандан һуң, йәштәр уны өләсәй итә. Ғаиләлә малай бәпес тыуа. Күңелле мәшәҡәттәргә күмелеп, бергәләшеп сабый үҫтереп ятҡан мәлдә күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы килә: улы фажиғәле һәләк ула. Утыҙы ла тулмаған Русланды төнгө сменанан ҡайтып килгәндә өс иҫерек бәйләнеп, туҡмап үлтерә.

Нисек аҡылын юғалтмағандыр Зәлифә? Иң ҡурҡыныс уйҙарында ла башына килтерә алмаған бәлә уны аяҡтан йыға. Улын ерләүҙә лә ҡатнаша алмай инәй. Ашамай-эсмәй, кеше менән һөйләшмәй, урынынан тормай бер ай ята. Ә килеп торғанында әлеге ҡурҡыныс әбейгә әйләнгән була. Ире менән дә мөнәсәбәттәр юҡҡа сыға. Улар икәүһенә бер ҡайғыны күтәрә алмай, улдары тураһында һөйләшә лә алмай, икеһе ике бүлмәгә бикләнә.

Тик һынауҙар бының менән генә бөтмәй шул. Йыуанысын ейәндәрендә күреп, яңынан йәшәй башларға ғына йыйынған саҡта, килендәре яңынан аяҡтан йыға.

– Мин улығыҙҙы ныҡ ярата инем. Үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ, матур торҙоҡ. Һеҙҙе лә ихтирам иттем. Тик миңә артабан йәшәргә кәрәк. Улыма яҡшы атай булырҙай кеше таптым, ул баланы үҙенеке итеп яҙҙырырға, уны тулыһынса ҡабул итергә риза. Әммә уның шарты бар: һеҙ минең һәм ейәнегеҙ тураһында онотаһығыҙ. Әле бәпес бер нәмә лә аңламай, уға ысын атаһы тураһында һөйләмәҫкә булдыҡ. Яңы иремде ул үҙ атаһы тип ҡабул итергә тейеш, ә һеҙҙең бында ҡамасаулауығыҙ бар, – ти элекке килен.

Был саҡта Русландың үлеүенә бер йыл самаһы ваҡыт үткән була. Балаға йәш ярым. Килененең бындай талап ҡуйыуына һуштары китә. Уның менән матурлап та, илап та, янап та һөйләшеп ҡарайҙар. Тик ул һүҙендә ныҡ тора. Ә бер айҙан уның ҡаланан ҡайҙалыр күсеп киткәне, телефон номерын алмаштырғаны асыҡлана. Ейәндәренән ни бары бер нисә фото ла уйынсыҡ айыуы ғына тороп ҡала.

– Тағы бер нисә балам булһа, ошо көндә яңғыҙ булып ултырмаҫ инем. Береһен юғалтыу ҡайғыһын икенселәре баҫа алмаһа ла, йыуаныс булыр, онотолорға, артабан йәшәргә көс табырға ярҙам булыр ине. Тормоштан ниндәй йәм табып йәшәргә миңә хәҙер? Улым да, уның төҫө булған ейәнем дә юҡ... – тип илай инәй.

Нисек кенә ярҙам итәһең дә, нисек йыуатаһың инде уны? Яуабым юҡ.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзитенән алынды
Читайте нас: