Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, 21 августа 28 йәшлек егет һөйгәненә килә һәм көтмәгәндә унда ҡатындың һөйәренә тап була. Ирҙәрҙең икеһенә лә был осрашыу оҡшамай, улар низағлаша, ирешә башлай. Һөҙөмтәлә һүҙҙән йоҙроҡҡа күсәләр. Егет 45 йәшлек ирҙе туҡмап ташлай. Бының менән генә үсе ҡанмай, һаман да туҡтай алмайынса, ул ирҙе машинаһының багажнигына һалып, ҡырға алып сығып китә, йәнә унда вәхшиҙәрсә туҡмай, һуңынан ҡаза күреүсене шунда ҡалдырып китеп бара. Бисараға ярҙам итеүсе булмағас, ул алған яраларҙан шунда йән бирә.
28 йәшлек егеткә белә тороп кешене ауыр яралағаны, һөҙөмтәлә бының үлемгә килтергәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шуныһы ла асыҡланған: ул бынан алда ла хөкөм ителгән булған.
Күп нәмәгә ҡатын-ҡыҙ ғәйепле тигән фекер йәшәй, әлегеләй хәлдәрҙе ишетеп-күреп, быға ирекһеҙҙән инанып ҡуяһың...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова.