Туғандары, уның һаулығы менән проблемалар бар, үҙен икенсе кеше тип таныштыра, хәйер һорашып йөрөүе мөмкин, тип иҫкәрткәйне. 25 августа Лилиәне эҙләү тамамланған. Был турала "Лиза-Алерт" ирекмәндәре хәбәр итә, уларҙың һүҙен туғандары ла раҫланы.
Яҡын туғанының һүҙҙәренсә, Лилиәне ауылдан меңәрләгән саҡрым алыҫлыҡта тапҡандар - ҡыҙ Краснодарға тиклем барып еткән: "Кисә беҙгә шылтыратып, туғаныбыҙҙың Краснодарҙа психиатрик дауаханала ятыуы тураһында хәбәр иттеләр. Унда нисек барып сыҡҡандыр - белмәйбеҙ. Дауаханала 11 көн ята икән. Үҙ исемен иҫләмәгәнлектән, ошоға тиклем уның шәхесен асыҡлай алмағандар".
Бәхеткә күрә, ҡыҙ иҫән-һау табылған. Бөгөн әсәһе Лилиәне алып ҡайтырға Краснодарға юлға сыға. Имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Бәхеткә күрә, ҡыҙ иҫән-һау табылған. Бөгөн әсәһе Лилиәне алып ҡайтырға Краснодарға юлға сыға. Имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Автор: Әҡлимә Ғиззәтуллина.