Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
26 Август 2020, 17:30

Үҫмерҙәр өлкәндәрҙе ишетһен ине

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссияның ултырышы булды.

Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үткәрҙе.
Комиссия бәлиғ булмағандар араһына хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм бәлиғ булмағандарға ҡарата енәйәти ниәттәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләрен ҡараны. Шулай уҡ Башҡортостанда бәлиғ булмағандарҙың эше буйынса 2019 йылға отчет та тәҡдим ителде.
Ленара Иванова Комиссия составындағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы: хәҙер уға Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһе начальнигы урынбаҫары Михаил Капустин һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Участкаларҙа вәкәләтле полиция эшмәкәрлеген һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлексәләрҙең эшен ойошороу идаралығы начальнигы Людмила Дерюгина инә.

Кәңәшмә барышында бәлиғ булмағандарҙың сауҙа үҙәктәрендә теркәлгән хоҡуҡ боҙоуҙары телгә алынды. Был хаҡта Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов әйтеп үтте. Белдереүенсә, был йүнәлештә анализ үткәрелгән һәм иҫкәртеү саралары етешмәй тигән һығымта яһалған. Әлеге ваҡытта сауҙа үҙәктәрендәге хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн төрлө саралар комплексы ҡабул ителгән, патруль төркөмдәре барлыҡҡа килгән, әммә эш һөҙөмтәлерәк булһын өсөн байтаҡ көс түгергә тура киләсәк, ти Ирек Сәғитов.
Унан тыш, Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығына шәхси һаҡ ойошмалары менән өҫтәмә эштәр атҡарыу тураһында тәҡдим ебәрелгән, ул бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын кәметеүгә йүнәлтелгән мәсьәләләргә арнала.

– Ниндәй генә йәмәғәт урыны булмаһын, беҙҙең граждандар, йәшенә, милләтенә, диненә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен хәүефһеҙ тойорға тейеш , – тине вице-премьер.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында бәлиғ булмағандарҙың криминоген әүҙемлеге түбәнәйеүе күҙәтелгән.
Шул уҡ ваҡытта бәлиғ булмағандарға ҡарата яһалған енәйәттәр артыуы борсолоу тыуҙыра. Балаларҙы ҡарау өсөн аҡса түләнмәгән осраҡтар ҙа бихисап. Унан тыш үҙ балаларына ҡарата миһырбанһыҙ ҡыланған ата-әсәләр ҙә күп.
Балаларға һәм ата-әсәләргә ваҡытлы психологик ярҙам күрһәтеү йәһәтенән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы өс йүнәлешле телефон линияһы ойошторған. Үрҙә телгә алған осорҙа унда балаларға ҡарата ҡанһыҙ мөнәсәбәт тураһындағы
шылтыратыуҙар һаны өс тапҡырға артҡан.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Мәғариф, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Башҡортостан буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәте вәкилдәре лә сығыш яһаны.
Комиссияла ҡатнашыусыларҙың фекере уртаҡ: балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләгәндә проблемаға комплекслы мөнәсәбәт булырға тейеш. Бигерәк тә мәғариф учреждениелары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ябыҡ осорҙа күпселек балалар үҙ-үҙҙәренә тапшырылып ҡуйылған.
Ленара Иванова әйтеүенсә, карантин сикләүҙәре осоронда бәлиғ булмағандарҙың ялын ойоштороуға икенсерәк мөнәсәбәт булырға тейеш.
– Әгәр улар сауҙа үҙәктәренә атлығып тора, ә беҙ быны тыя алмайбыҙ икән, уларҙы файҙалы эшмәкәрлеккә йәлеп итеү фарыз, шул иҫәптән сауҙа үҙәктәре биләмәһендә лә. Беҙ был мөмкинлекте ҡулланырға тейешбеҙ. Тимәк, ял саралары ойошторорға кәрәк. Беҙ, өлкәндәр, үҫмерҙәргә нимәлер еткерергә теләйбеҙ, әммә ҡайһы саҡта улар беҙҙе ишетмәй кеүек. Шуға күрә бында йәш быуындың фекерен дә тыңлағы килә, – тине Ленара Иванова.
Ултырышта телгә алынған проблемаларҙы хәл итеүҙең төрлө юлдары, тәҡдимдәр яңғыраны. Мәҫәлән, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре хәүеф төркөмөнә ҡараған йәштәр ҡатнашлығында форум үткәрергә тәҡдим итте.
Фото: aif-s3.aif.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/427712
Читайте нас: