Даирә
-4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
26 Август 2020, 17:10
Фатирҙан-фатирға...
Салауат ҡалаһында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған: 12 йәшлек баланы ике тапҡыр мәсхәрәләгәндәр.Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Тик шуныһы бар: икенсе осраҡ тураһында беренсе енәйәтте тикшергәндә белеп ҡалғандар.Асыҡланыуынса, был ваҡиға әле ҡыш уҡ башланған. Ул саҡта полицияға бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор рапорт менән мөрәжәғәт иткән һәм былтыр ноябрҙә 18 йәшлек егет ҡуртымға алған фатирҙа бишенсе класс уҡыусыһын көсләүе хаҡында белдергән.
Шик аҫтына алынған егетте Тәфтиш комитетына килтергәндәр, ул ғәйебен таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әммә ошо көндәрҙә ваҡиғаның дауамы асыҡланған. Тәфтишселәр ошо уҡ ҡыҙҙың ноябрҙә башҡа фатирҙа ла көсләүгә дусар булыуын билдәләгән. Быныһында инде күп тапҡыр хөкөм ителгән 20 йәшлек йәш ир шик аҫтына алынған. Ул 2017-2018 йылдарҙа урлау, торлаҡтың именлеген боҙоу һәм көсләү өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Был әҙәм дә ғәйебен таныған. Ул һаҡ аҫтында. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Фото: total.kz
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: