Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
26 Август 2020, 17:25

“Һабаҡ булды...”

Көн һайын бер үк йәнгә тейгес хәл, оло юлға сығыу менән тығындар башлана. Түҙемлектең дә сиге бар, күпме ваҡыт уҙғарып, ут йотоп ултырырға мөмкин? Эшкә һуңлау егетлек түгел. Өфөнөң Сочи урамындағы тығындар бына нисә йыл инде водителдәрҙең үҙәгенә үтә. Өҫтәүенә бөгөн беҙҙе яңы начальник менән таныштырасаҡтар, һис тә һуңларға ярамай.

Йоҡомһорап ултырған ерҙән, арттан машинаның килеп бәрелеүенән, икенсе кресло яғына ауҙым. Салондан йәшендәй атылып сығып, ғәйеплене эҙләйем. Йүнһеҙ водитель ҡайҙа, ниңә һаман урынынан сыҡмай йәйелеп ултыра? Ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан ҡатын минең ярһыу баҫылғанын көтә, өнһөҙ генә ҡулдарын ыуғылай, сәстәрен төҙәткеләй.
“Нисек инде, ташбаҡа тиҙлеге менән барғанда килеп бәрелмәк кәрәк?”- тим.
“Ғәфү итегеҙ, иғтибарһыҙлыҡтан”,- тип аҡлана.
”Руль артындағы бисәләрҙе күрә алмайым!”- тим, асыу менән.
“Борсолмағыҙ, зинһар, аҡсаһын ҡайтарырмын”,- тип дауам итә теге “йәшел күҙ”.
“Йәнгә теймәгеҙ аҡсағыҙ менән, күпме ваҡытты алдығыҙ, нервыны ашанығыҙ!”, - тип автомобиль ишеген шартлатып яптым.

Эшкә эт кеүек арып, һөмһөрөм ҡойолоп барып индем. Сәркәтип Ләйсән миңә кофе яһап бирҙе, бер аҙ тынысландым. Тәҙрә аша ихатаны күҙәтәм, миңә таныш “Рено”нан “йәшел күҙҙең” сығыуын күреп, саҡ кофеға сәсәмәнем. Беҙҙең яңы түрә шул икән.
Ул да мине офиста күреп бер аҙ аптыраны. Тик бер тапҡыр ҙа күңелһеҙ хәлде иҫкә төшөрмәне, аҙаҡ авария өсөн компенсацияны ҡайтарҙы. Ғөмүмән, ул элекке түрәбеҙҙән эшлеклелек сифаттары буйынса һис ҡайтыш түгел. Ошо хәлдән һуң бер ҡатын-ҡыҙға ла насар һүҙ әйткәнем, һүҙ көрәштергәнем юҡ, хатта үҙем хаҡлы булған саҡта ла...
Фото:motoringreseach.com

Автор: Дина Арсланова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/427699
Читайте нас: