Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
24 Август 2020, 13:18

Балалар һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы үлтергән

Кисә кис баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә булды: быуып үлтерелгән һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылды. Баланы үтеп барған осраҡлы кешеләр тапҡан. Ә был ваҡытта уны әсәһе эҙләгән...

Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағына таянып хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, шәмбе көндөҙ бала дуҫтары менән уйнарға сығып китә. Тик кис еткәс тә әйләнеп ҡайтмай. Ҡото осҡан әсәй кеше шунда уҡ полицияға ғариза бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаһын иҫән килеш башҡаса күрә алмай шул...
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙ бала дуҫтары менән уйнаған саҡта һәләк була.
"Балалар уйнап, бер-береһен быуған, күрәһең. Ҡыҙыҡайҙың йоҡо артерияһына баҫҡандар. Уның үлгән икәнлеген аңлағас, кәүҙәнән ҡотолоу өсөн йылғаға ташлағандар", – тиелә баҫмала.
Әлеге ваҡытта ҡыҙыҡайҙы быуып үлтергән 13 йәшлек малай менән тәфтиш эштәре алып барыла. Үҫмер баланы быуып үлтергәнен таныған.
Ҡыҙыҡайҙың, уны үлтергән үҫмерҙең ғаиләһе, ғәйепленең нисек эҙенә төшөүҙәре тураһында әлегә башҡа мәғлүмәттәр юҡ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в