***
... - Һеҙҙә яман шеш.
Табиптың киҫеп һәм ышаныслы итеп әйткән һүҙҙәре шул секундта уҡ уның мейеһен, йәнен телгәләп үтте. Ни әйтергә белмәй ҡатып ҡалған ханымға иғтибар ҙа итмәй, табип һүҙен дауам итте:
- Һеҙгә бит районығыҙҙа 8 ай элек операция яһағандар. Ни ғәжәп ниңә улар һеҙгә бер ни әйтмәгәндәр. Хатта эпикризығыҙҙа яман шеш булыуы тураһында бер һүҙ ҙә яҙылмаған. Һөйләүегеҙ буйынса, һеҙҙең үҙегеҙгә лә бер ни әйтмәгәндәр. Ғәжәп, ғәжәп!..
Йәш табиптың һүҙҙәре әллә ҡайҙан, ер аҫтынан сыҡҡан кеүек ишетелһә лә, яйлап ысынбарлыҡҡа ҡайтырға мәжбүр итте.
- Әйтегеҙ әле, бында яңылышлыҡ булыуы мөмкинме? Нисек инде рак?
- Юҡ, яңылышлыҡ юҡ. Бына анализдарығыҙ был турала ҡысҡырып тора. Һәм ҡул менән ҡапшап ҡарау ҙа етә - һеҙҙә икенсе стадия яман шеш. Тиҙ генә операцияға әҙерләнә башларға кәрәк. Бергәләп сирҙе еңә алабыҙ. Был әле хөкөм ҡарары түгел. Тынысланығыҙ.
Тынысланығыҙ... Әйтеү генә еңел. Аяғына, әйтерһең, ауыр герҙәр таҡтылар. Көс хәлгә һөйрәп, табип бүлмәһенән сыҡты Әнүзә. "Һеҙҙә яман шеш... Был әле хөкөм ҡарары түгел... Операцияға әҙерләнегеҙ..." Табиптың һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә әленән әле яңғырап торҙо.
Әллә уттан, әллә һыуҙан, әллә ерҙән, әллә күктән атланы ул...
***
Өләсәй, нимә ул "тәҡдир?"
Тәҡдир - ул, балам, буласаҡ нимәне алдан уҡ билдәләү тигәнде аңлата. Донъяла буласаҡ нимәләр һәм башҡарыласаҡ һәр бер эш Аллаһы Тәғәләгә алдан уҡ билдәле. Донъяла бөтә булған, була торған, буласаҡ эштәр Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире буйынса эшләнә.
Кешеләр ғәмәлдәрҙе үҙ ихтыярҙары менән һайлаһалар ҙа, уларға көс-ҡеүәт биреүсе Аллаһы Тәғәлә булып тора. Әҙәм балаһы был донъяға килгәс тә, бәлки, килгәнсе үк уның яҙмышы, ғүмер юлының һәр минуты, һәр миҙгеле шул тәҡдир китабына яҙылған була. Хоҙай Тәғләнең ҡөҙрәтенән башҡа ел дә иҫмәҫ, һыу ҙа аҡмаҫ. Ә донъя - ул, балам, бәлә-ҡазалар, фетнәләр, төрлө һынауҙар аша уҙа торған урын. Ауыр ҙа килә, юғалтыуҙар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә кисерәбеҙ. Былар барыһы ла әҙәм балаһының иманын төрлө юлдар менән тикшереү өсөн, был хәлдән нисек сығыр икән тип Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгән һынауҙар. Әюб (ғ.с.) тураһындағы ҡиссаны мин һиңә һөйләгән инем бит, иҫеңдәлер... Аллаһы Тәғәлә һәр бер кешене, шул иҫәптән үҙенең яратҡан ҡолдарын да, Пәйғәмбәрҙәрҙе лә һынап ҡараған һәм ҡарай.
Әнүзәнең ҡарт өләсәһе менән бала саҡта һөйләшкәндәре ҡабат иҫенә төштө. "Һынауҙар... Һаман бөтмәнеме икән ни минең өлөшөмә төшкән һынауҙар?..
Һәр тыуаһы яңы көнөмдө балаларыма, яҡындарыма, яратҡан эшемә бағышлап йәшәнем. Яңынан-яңы хыялдарға бирелеп үткәрәһем килә бит. Эй, тормош, һинең ҡанундарың: көтмәгәндә тотаһың да яңыса, юҡ яңыса түгел, тағы әрнеп, йөрәгемде усыма ҡыҫып, хәлемде башҡаларҙан йәшереп йәшәргә мәжбүр итәһең.
Ниңә һин шул тиклем ҡырыҫһың, тормош? Инде был һынау ҙа кәрәк инеме ни миңә? Өс тапҡыр йөрәгемә операция яһаттым. Әйтеүе генә еңел... Был бит өс тапҡыр үлеп терелеү. Был бит өс тапҡыр клиник үлем кисереү... Шул саҡтарҙа Аллаһым, һиңә ялбарыуҙарым, балалар хаҡына иҫән ҡалдырыуыңды һораным. Рәхмәт, ишеттең. Унан ҡала тағы төрлөсә һынаның. Ул тиклемгеһенә кемдер һына, ә мин, үҙең дә беләһең, түҙҙем, ауыр көндәрҙә нығып, киләсәгемә өмөт-ышаныс менән атланым...Бындай саҡта ҡайҙан көс алдың һуң, тиерһең... Балаларыма, туғандарыма ҡайғы килтермәһәм ине тип йәшәргә тырыштым. Әсәйемде уйлайым. Был тормошта ҡот осҡос өс ҙур хәсрәт, өс ҡайғы бар тиҙәр. Уның береһе - сир, икенсеһе - балаңдың үлеме, өсөнсөһө - яңғыҙлыҡ. Иң теремек, иң баҙығы мин инем бит. Әле килеп. сәләмәтлегем менән маҡтана алмайым. Нимә эшләйһең, тәбиғәт бирмәгәнде тартып алып булмай. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, бер беребеҙгә һәр ваҡыт иҫәнлек, сәләмәтлек теләйбеҙ. Ләкин тәҡдирҙе урап уҙып булмай икән.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бындай осраҡта һәр кем юғалып ҡала. Башта бер генә һорау: ни өсөн мин? Әйтерһең дә яҙмыш дүрт стена эсенә ҡыҫырыҡлап индерә лә һуларға ла ирек бирмәй. Киләсәгең дә юҡ, үткәндәрең дә инде әһәмиәт түгел. Үҙең өсөн йәшәлмәгән дә бит әле. Тормош кинәт ҡылт икегә бүленә: сәләмәт саҡтағы бәхетле йылдарға һәм ҡот осҡос диагноз ҡуйылып, һуңғы сәғәтеңде көтөр көндәргә...
Күҙ йәштәренә быуылып өйгә ҡайтып барған Әнүзә, йәш пәрҙәһе аша кинәт ҡояшты күреп ҡалды. Зур, йылы, яҡты ҡояшты һәм... тынысланып китте. Шул нурҙар араһынан уға ҡабат Шакирә өләсәһе ҡарап тора ине:
- Шулайын шулай ҙа ул, ҡыҙым. Әле үк үҙ-үҙеңде бөтөрмәй тор. Ана бит табип та: "Был хөкөм түгел, терелерһең", - тине. -Аллаһтан ваҡыт килеп етмәйенсә кеше үлмәй. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: "Бәндәм, әгәр ҙә һинең әжәлең килеп етһә, бер минут артыҡ, бер минут кәм дә йәшәмәҫһең", - ти. Шулай ҙа диндән ситләшкән кешегә йәшәү ауыр. Аллаһы Тәғәләгә иман шайтан ҡурҡа. Ә ғүмер оҙонлоғон Аллаһы Тәғәлә генә белә. Доғаларыңды ташлама, балам. Ныҡ бул!
"Бөгөндән башлап миңә сабырлыҡ бир, үҙ-үҙемде ҡулға алырға ярҙам ит, и рәхмәтле Аллам!" - тип ялбарҙы ул. - Мин үҙ-үҙемде еңергә тейеш! Юғиһә, бөтәсәкмен..."
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Гүзәлиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Иҫке Аҡташ ауылы.