Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
21 Август 2020, 19:48

“Ә минең әсәй булғым килә!”

Әлиәнең* тормошо матур ғына барған кеүек ине. Үҙенең тырышлығы, сәмселлеге, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы менән барыһына ла өлгәште. Хәҙер тулы бәхет өсөн, нигеҙҙә, барыһы ла бар: яратып кейәүгә сыҡҡан ире, үҙе теләп алған белеме буйынса эше, бына тигән йәшәр урыны...

Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә ситтән генә яҡшы күренгән. Ғәмәлдә, ҡатын һөйләүенсә, ире төрлө уйындар менән мауыға икән. “Туйға тиклем был хаҡта бер нәмә лә һиҙмәгәнмен. Ирем электән казинола уйнаған. Туйға тип һалынған аҡсаны, минән дә һорамай, уйынға тыҡҡан. Шунан һуң ғына асыҡланды кем икәнлеге. Башта ул был сумманы апаһына биреп торҙом тине. Бер нисә ай үткәс, туғанынан һораһам, был хәл дөрөҫ булмай сыҡты: баҡһаң, казинола отолған...”

Ошо хәлдән һуң ғаиләлә аңла­шылмаусанлыҡ тыуған, тик бер аҙҙан һиллек урынлашҡан. Ир яҡшы урында эшләгәндер, бәлки. Насар ғәҙәтенән ҡотолорға ла теләгәндер, ләкин бер эләккән ауҙан тиҙ генә ысҡынып булмаған, күрәһең. Шулай итеп, әлеге һиллек яу алдынан күҙәтелгән тынлыҡ һымаҡ булған. Башта ғаилә ҡаҙнаһынан бер нисә мең “осһа”, аҙаҡ 10 мең һум һәм унан да күберәк сумма аҡса юғала башлаған.

“Аңлатыуын һорағас, компьютерын асып, бик ризалашмай ғына үҙенең онлайн-казинола уйнаған­лығын күр­һәтте. Шул ваҡытта асыуым килеп: “Теләһә нимә эшлә, аңламағасың! Үҙеңдең аҡсаңды үҙең тотон, мине­кенә яҡын юлайһы булма!” – тинем. Хәҙер, асыҡла­ныуынса, дуҫтарына, туғандарына һәм башҡаларға 500 мең һум тирәһе бурысы бар, – ти Әлиә, йәне көйөп. – Түҙер әмәлем ҡалманы: айырылышырға ҡарар иттем.

Ба­рыһы ла тиерлек фекеремде яҡланы. Ә бына әсәйем менән ҡәйнәм мине ғәйепләй, иреңде иң ауыр мәлендә ташлайһың, тиҙәр. Улар әйтеүенсә, мин уны “бурыс соҡоро”нан һөйрәп сығарырға тейешмен. Ә мин хәҙер иремә ышанмайым, алдашыу­ҙа­рынан арыным. Унан да бигерәк, йәмә­ғәтем балабыҙ булыуын теләмәй. Ә минең әсәлек шатлыҡ-ҡыуа­ныстарын бик тә кисергем килә: ваҡыт туҡтамай, бер кемде лә йәлләмәй елә. Янымда “Әсәй!” тип өндәшер бәлә­кәсемдең булыуын теләйем...”
*Исемдәр үҙгәртеп алынды.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Фото Т.Роза
Читайте нас: