Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
19 Август 2020, 12:15

Рулдә йоҡлап китеп...

17 августа иртәнсәк Иглин районында үлемесле авария теркәлде. М5 трассаһында, юлдың 1547-се километрында “Форд” автомобиле водителе йоҡлап китә.

Билдәле булыуынса, оло юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Йоҡлап киткән ирҙең машинаһы юлдың ҡаршы һыҙатына килеп сыға һәм “Мерседес-Бенц” йөк машинаһына барып бәрелә.
Ауыр машина менән маңлайға маңлай бәрелешеү эҙһеҙ үтмәй, әлбиттә. Еңел машина юлдан оса һәм металл өйөмөнә әйләнә. Водитель һәм уның ҡатынын дауаханаға алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә сәғәттән 48 йәшлек ҡатын ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк була.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/417110
Читайте нас: