Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
15 Август 2020, 18:37

Бәлә көтмәгәндә килгән

алыҫ түгел урманда ике егет һәм бер ҡыҙ аҙашҡан.

Баш ҡаланың Дим биҫтәһе эргәһендәге “Алмағас” баҡсасылыҡ ширҡәтенән алыҫ түгел урманда ике егет һәм бер ҡыҙ аҙашҡан. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иткәндәр.
Йәштәрҙе эҙләүгә һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре сыҡҡан. Улар тиҙ генә, ике егет менән бер ҡыҙҙы табып, эргәләге ауылға сығарған.
Һуңғы ваҡытта бындай хәлдәр йыш ҡына теркәлә. Ошо сәбәпле, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында түбәндәгеләр хаҡында онотмаҫҡа кәңәш иткәндәр:
* ҡайҙалыр барыр булһағыҙ, ошо маршрут хаҡында яҡындарығыҙға әйтегеҙ;
* таныш булмаған урындарға йөрөмәү хәйерлерәк;
* телефондың эшләү-эшләмәүен тикшерергә, үҙең менән компас, шырпы, фонарь һәм һыҙғыртҡыс алырға кәрәк;
*тағы аҙыҡ-түлек, һыу, кәрәкле дарыуҙарҙы үҙең менән бергә йөрөтөү зарур.
Автор: Айһылыу Низамова
Башҡортостан сайтынан алынды
Читайте нас: