Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
14 Август 2020, 16:20

Һуң булмаһын...

Баш ҡалаға барҙым да, “Өфө” универмагы туҡталышынан йөрөүсө автобус менән ҡайтырға булдым. Бер генә буш урын ҡалған ине: бер апай янына ултырҙым. Үҙе йәш, сибәр күренһә лә, минән олораҡтыр: 40 йәштәрҙә барҙыр, моғайын. Юлдашымдың кәйефе бошонҡо булыуы шунда уҡ күҙгә ташланды. Бер аҙҙан ул илай башлағас, нимә эшләргә лә белмәнем.

Кеше илағанда битараф ҡалып булмай бит инде. Һүҙ ҡушып, таныш булмаған кешенең күңел даръяһына ҡыҫылырға теләү ҙә килешмәгән кеүек.
-Алығыҙ, - тип салфетка тәдим иткән булдым.
- Рәхмәт, - тип ҡабул итеп алды күршем. - Әсәйемде ерләргә ҡайтып барам. Бындай хәлдә руль артына ултырырға ҡурҡтым.
- Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам... – Бына нимәлә икән эш. - Беребеҙ ҙә был донъяға мәңгелеккә килмәйбеҙ шул...
Ошондай саҡтарҙа кешене тыныландыра, дөрөҫ һүҙҙәр таба белмәгәнемә үҙемде эстән генә әрләп тә алдым.
- Шулай ҙа ул. Тик йөрәк быны ҡабул итергә теләйме һуң? - тип дауам ите юлдашым бер аҙ тын барғас. - Әсәйем иҫән саҡта уны ҡәҙерләһәм, был тиклем үкенесле булмаҫ ине. Ул мине яңғыҙы ғына үҫтерҙе. Атайым миңә 5 йәш саҡта фажиғәле вафат булған. Әсәйем колхозда эшләне. Аҡсаһыҙ заманда йәшәһәк тә, ҡәҙерлемдең бөтмөрлөгө арҡаһында өҫтөм һәр саҡ бөтөн, өҫтәлебеҙ тулы ризыҡ булды. Үҙем мәктәптә иң алдынғы уҡыусыларҙың береһе булдым йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаштым. Барыһы ла мине аҡыллы, тырыш ҡыҙ тип беләләр ине. Йәғни әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнем. Тик әсәйем артыҡ иркәләнеме икән – иркә генә, тиҫкәре генә булып үҫтем мин. Әсәйемдең күңелен китерлек һүҙҙәр әйтеп ысҡындырыу минең өсөн бер ни түгел ине. Институтты тамамлап, кейәүгә сыҡтым, үҙемдең донъямды ҡорҙом. 1,5 йыл элек әсәйемә ерле-юҡҡа ғына үпкәләп, мин башҡа ауылға ҡайтмайым, тип сығып киттем. Һәм ҡайтманым. Кисә яҡыныма йөрәк өйәнәге булған. Хәҙер ошо үткән йылдарҙы кире ҡайтарғым, барыһын да төҙәткем, әсәйемде бәхетле иткем килә. Ғүмер ағыштарында донъя тип сабып, күберәк үҙебеҙҙе ҡайғыртып, яҡындарыбыҙ тураһында онотабыҙ шул. Ярай, һау булығыҙ. Ғәфү итегеҙ, һеҙҙе үҙемдең күңелемде бушаттым инде, - тип урынынан ҡуҙғалды апай.
Ә мине уйҙар тулҡыны ялмап алды. Эйе, онотабыҙ шул... Әсәйҙәрҙең изге йән икәнен, Нисек кенә асыу килгән саҡтарҙа ла уларға “уф” тип тә әйтергә ярамағанлыҡты. Уларҙың күңеле тиҙ генә кителеп барғанын. Бала әйткән ауыр һүҙҙәр ҙең башҡалар әйткәндәренә ҡарағанда йөрәкте йөҙ тапҡыр нығыраҡ ауырттырғанын. Ә был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлағанда һуң була шул.
Минеңсә, кешене кеше иткән иң яҡшы сифаттарҙың береһе – ул ата-әсәгә ихтирамлы, мәрхәмәтле, изгелексән булыу. Бар көсөн балаларын үҫтереүгә, уларҙы аяҡҡа баҫтырыуға бағышлаған әсәйҙәр балалары үҫеп етеп, үҙ урындарын табыу менән олоғая, элекке кеүек көс-дәрттәре ташып тормай, етмәһә, хаҡыл ялға сығып, үҙҙәрен яңғыҙ тоя башлайҙар. Оло йәштәгеләр үҙҙәре лә балаларға әйләнә башлайҙар. Тик уларҙың ҡайһы берҙәре “етем бала”ға әйләнә шул. Уларға үҙҙәре үҫтергән ғәзиз балаларынан һөйөү-ихтирам етмәй. Психологтар ҙа әсәһе менән яҡшы мөнәсәбәттә булғандарҙың тормошоноң төрлө өлкәһендә проблемалар барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй. Был турала Ислам диненедә хәҙистәр ҙә етерлек....., тиелә уларҙың береһендә.

Һәр кемдең тормошонда иң изге кеше ул – әсәй. Ысын күңелдән беҙҙе яратыусы берҙән бер кеше лә – әсәй. Яңылыштарыбыҙҙы, хаталарыбыҙҙы ғәфү итеүсе, кисерә белеүсе иң оло йөрәкле кеше лә – әсәй. Нисә йәшебеҙгә етһәк тә, беҙҙе сабый бала кеүек ҡайғыртып, беҙҙең өсөн ут йотоп йәшәүсе лә – әсәй. Доньяға ауаз һалыуға ук ул беҙҙе ел-ямғырҙан һаҡлап үҫтерә, оло тормош юлына әҙерләй, аҡыллы кәңәштәре мелән ярҙам итеп тора.
Үҫеп еткәс, беҙ ҙә уларга бурысыбыҙҙы ҡайтарырға тейешбеҙ. Уларға ҡарата иғтибарлы, мәрхәмәтле булһак ине. Улар олоғайып, беҙҙең ярҙамға мохтаҗ булғанда, уларга йомшаҡ һүҙҙәр менән генә өндәшһәк ине. Сәламәтлегебеҙ, иҫәнлегебеҙ булғанда ата-әсәйҙәребеҙҙе ҡарарға, улар янына ҡайтып йөрөргә, хәлдәрен белешеп торорға иренмәһәк ине!
Гүзәл АСҠАРОВА.
https://go.mail.ru/redir?type=sr&redir=eJwNy8sNwjAMANCcmIEZkEyA8t8AZuBASiwcSOQqdiqFYZiACZiEHViAIz0_PVLt9tb60HPk6zQXm9kHxSh3Vx1IaVtWBx1m9KCZgwre4ELKkCokfhAmEI_RKfg4jJIwCwUaLAbtqzVmvtptlttmsW4Mjb_n10d-z8PoNHtPjn8Bwy83&src=31eecca&via_page=1&oqid=cd95dfaf71c7f440
Читайте нас: