Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
14 Август 2020, 14:00

Тәкәббер Зилә уйланамы икән?

Күп йылдар элек булғайны был хәл... Дөрөҫөн әйткәндә, геройҙарҙың исемен дә хәтерләмәйем, әммә уларға бәйле ваҡиғалар һаман да иҫтә.

Бынан арыу уҡ ваҡыт элек, йәйге эҫелә, боҙҙай һалҡын йылғала йөҙөп кинәт кенә ауырып киттем. Район дауаханаһына һалып ҡуй­ҙылар.

Йәйге эш ҡыҙған мәлдә бында ятҡан ауыл ҡатындары, әлбиттә, тиҙерәк дауахана тотҡононан ҡото­лорға һәм донъя мәшәҡәттәрен теүәл­ләргә ашығып ята ине. Ваҡыт күп, дауаланған арала танышып-әңгәмәләшеп киттек.

Күрше палатала һомғол буйлы, саҡ егермеһен тултырған сибәр генә йәш ҡатын ята. Нимәһе ҡыҙыҡ: уның янына көн дә тиерлек һөйгәне килә: мыҡты кәүҙәле ир, әммә төҫкә-башҡа ҡатынынан олораҡ ке­үек. Инде мөхәббәттәре сағыу: коридор осонда оҙаҡ итеп ҡосаҡ­лашып торһондармы, етәкләшеп кенә дауахана биләмәһенә сығып керһендәрме. Сөкөрләшәләр ҙә сөкөрләшәләр... Һәр хәлдә, сирләп киткән ауыл ҡатындарының бөт­мәҫ-төкәнмәҫ эштәрен үҙ өҫтөнә алған, балаларын ҡараған ирҙәр дауаханаға килһә, күстәнәстәрен ҡалдыра ла тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡарай. Ә былар юҡ: айырыла алмайҙар, бергә булһалар, бар донъяны оноталар...

Икенсе көндө беҙҙең пала­та­лағы буш урынға тағы бер ҡатынды һалдылар. Айһылыу асыҡ, ихлас һәм телсәр кеше булып сыҡты: “Был ир мин дауаханала ятҡансы баҡсамды ҡоротоп бөтә инде... Һыу һип тип унды әйттем, тыңлаһа ярай ҙа... Балаларға нимә бешереп ашатыр икән? Һыйырҙы һыуалдырып ҡуймаһа ярар ине...” – тәүге борсолоуҙары шул булды. Әммә төшкө ашҡа сыҡҡандан һуң, коридор осонда ҡосаҡлашып торған “мөхәббәт күгәрсендәр”ен күреп, палатаға ярһып килеп инде.

– Ҡыҙҙар-ҡыҙҙар! Анау икәүҙе күрҙегеҙме? Вәт битһеҙҙәр, вәт оятһыҙҙар! Ошонда, сирлеләр араһында күренеп йөрөргә лә оялмайҙар икән! Аб-баау! – тип бот сапты Айһылыу.

Беҙ, әлбиттә, тәүҙә бер ни аңла­маныҡ. Киреһенсә, мөхәббәттәре менән һоҡландырған парҙың нимәһе насар икәнлеген төшөнөргә тырыштыҡ. Әммә Айһылыуҙың бәйәненән һуң беҙ уларға, әлбиттә, бөтөнләй икенсе күҙҙәр менән баҡтыҡ...

Баҡһаң, Айһылыу был икәүҙең күрше ауылынан икән. Һөйләүенсә, йәш ҡатын, әйҙә уны Зилә тип алайыҡ, ауыл эргәһендәге кафела эшләгән. Тирә-йүндәге берҙән-бер күңел асыу урыны булғанғамы, кисен унда юлсылар ғына түгел, ауылдың ир-аттары ла һыра һемерергә, ял итергә йөрөгән. Ике бала атаһы ла (әйҙәгеҙ, Рәфис тип алайыҡ) шунда эйәләп алған. Һомғол буйлы, көләкәс Зилә уның иғтибарын тиҙ йәлеп иткән. Уныһы ла ирҙең ғаиләһе, ике бәләкәс улы бар тип ҡарап тормаған. Бына шулай “мөхәббәт”тәре сәскә атҡан икән уларҙың...

Иң аяныслыһы шунда: Рәфис­тең законлы ҡатыны – етем, ҡарт өләсәһе менән генә үҫкән. Шуға ла кейәүгә сығып, ике малай әсәһе булғас, матур ғына йорт төҙөгәс, “миңә лә бәхет тәтене” тип бик шатланған, тиҙәр. Тик оҙаҡҡа бармаған шул бәхете...
Иренең Зилә менән сыуалғанын белгәс, ҡатын иренән дә, унан да илап ғаиләне боҙмаҫҡа, аҡылға килергә саҡырған. Әммә тәкәббер Зилә: “Мин дә Рәфисте яратам, бәхетемдән баш тартаһым юҡ”, – тип яуаплаған. Яңы хистәрҙән аңы томаланған Рәфис иһә ҡатынын йортонан ҡыуып ҡайтарған, әгәр шаулап йөрөһә, балаларын да тартып алыу менән янаған...

“Ауылында ул ҡатынды яҡ­лар­лыҡ кеше юҡмы ни? Исмаһам, балалары менән уйнамаһындар ине”, – тигәнгә, Айһылыу ҡатындың ҡарт өләсәһенән башҡа яҡлар кешеһе булмауын, ҡәйнәһенең Рәфистең тормошона ҡыҫылыуҙы хуп күрмәүен (“килендәр күп булыр ул, улым берәү” тигән) белдерҙе.

...Бына ошондай “мөхәббәт” сәскә атҡан икән беҙҙең күҙ алдында. Бынан һуң хатта сибәр Зиләнең матурлығы ла ниндәйҙер ытырғаныс һәм буш тойолдо.

Кеше бәхетен емереп бәхетле булып буламы? Рәфистең законлы ҡатыны һәм балалары менән ни булды? Зилә үҙе әсә булғас, үҙе ҡан илатҡан ҡатын алдында аҙ ғына булһа ла выждан ғазабын кисерҙеме икән? Был һорауҙарға яуаптар күптән ваҡыт томаны артында ҡалған. Нисек кенә булмаһын, шуныһы раҫ: тормош – ҡуласа. Был донъяла ниндәй генә хәлдәр булмаһын, барыбыҙға ла ҡылған ҡылыҡтар өсөн яуап бирергә тура киләсәк.

Фото: Т.Роза
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Читайте нас: