Был осраҡта психиатр Юрий Вяльба ҡысҡырырға кәңәш итә.
Әммә быны башҡаларға ҡамасауламаҫлыҡ итеп эшләргә кәрәк.
— Фатирҙа йәки урманда ҡысҡырырға мөмкин. Был көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итә — эмоциялар энергияһы кешенең эсендә ҡалмай, уны психологик йәһәттән ҡаҡшатмай, ә тышҡа китә, — ти табип.
Әлбиттә, был ысул ҙур проблемаларҙы хәл итмәҫ, психоаналитик менән эшләүҙе лә алмаштырмаҫ, мәгәр көслө эске көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итер.
Шул уҡ ваҡытта белгес ҡул аҫтыңда эшләгәндәргә йә хеҙмәттәштәргә ҡысҡырырға ярамай, тип белдерә. Сөнки был мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырыуға ғына килтерәсәк. Ҡысҡырыуҙы фәҡәт үҙеңде борсоған эске проблемаға арнарға һәм быны яңғыҙ ҡалғанда эшләргә кәрәк.
Әйткәндәй, ҡысҡырыу ысулын психотерапевтар дауалау барышында бер алым булараҡ ҡуллана.
Фото: pnp.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.