Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
9 Август 2020, 13:09
Ни өсөн юлда кеше ултыртырға ярамай?
Хәтәр яҡшы заманда йәшәйбеҙ. Муллыҡ, тыныслыҡ, уңайлыҡтар, ҡыҫҡаһы, артыҡ көсәнмәй генә ғүмер йомғағын һүтергә мөмкин.
Уңайлы тигәндән, юл йөрөүҙе генә алайыҡ. Теләгән ваҡытта теләгән ереңә елдереп кенә барып етергә була. Әлбиттә, еңел автомобиле булғандар берәүгә лә инәлмәй, шул уҡ ваҡытта автобус, поезд, самолетты һайлаусылар ҙа бихисап. Бынан тыш юл сатында “ултыртып алһағыҙ ине!” тип ҡул күтәреп тороусылар ҙа осрай. Кемдәр улар? Таксист Сәйет Имелбаев ундайҙар менән һаҡ булырға кәңәш итә.
– Юл буйында ҡулдарын өҫкә һоноусылар араһында әҙҙәр генә тәртипле, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Һандар теле менән аңлатҡанда, ун кешенең берәүһе инде. Ҡалғандарының иһә йә аҡсаһы юҡ, йә насар уйлылар. Машинамда буш урындар ҡалған осраҡта ла уларҙы бүтән бер ҡасан да эргәмә алмайым.
Таксистың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Өфө–Белорет” трассаһында, дөрөҫөрәге, Межгорье ҡалаһы киҫелешендә бер егетте ултыртып алған. Автомобилдә бер ҡатын ғына булған. Юлаусы Белорет ҡалаһына ашығыуын әйткән. “Сермән ауылына етәрәк юл буйында иптәшем баҫып торор, уны ла алығыҙ әле”, тип үтенгән ул. Юл хаҡын түләһендәр генә, водитель артыҡ бер ни уйламай тегенең янына ла туҡтаған. Ҡаланы үтеңкерәп туҡтарға ҡушҡан, Сәйет урман янында төшөрөр алдынан быларҙан аҡса һораған. Сәстәр үрә торорлоҡ, көпә-көндөҙ таксисты һыу эскеһеҙ итеп туҡмап, өҫтәүенә, барсеткалағы аҡсаһын да талап алып, тегеләр ҡарағайҙар араһына инеп юғалған.
“Ҡатын ярҙам итмәнеме?” тип ҡыҙыҡһындым. Йоҙроҡтар эшкә керешкәндә ул ҡурҡышынан бесәй шикелле йомарланып аҫҡа боҫоп ятҡан, таксист уны саҡ табып алған.
Фото:
news.sputnik.ru
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ni-s-n-yulda-keshe-ultirtir-a-yaramay-400573/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?