Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
9 Август 2020, 13:20

Аулаҡ (ып-ысын булған хәл)

- Аулаҡта рәхәтләнеп ял итерһең! - ошо һүҙҙәр менән инәйемдәр машинаға ултырҙы. - Ҡаҙҙарҙы сығарма, кире алып ҡайтыуы ҡыйын булыр; этте лә бәйҙән ысҡындырмауың хәйерле - кире бәйләй алмаҫһың. Ҡош-ҡортҡа һыу ҡойоп, болғанған әҙер емде һалып торһаң булды.

Һуңғы наказдарҙы биргәндән һуң, инәйемдәр ҡунаҡҡа китте, ә мин телефонға йәбештем - иптәштәрҙе аулаҡҡа, дөрөҫөрәге күл буйына ял итергә саҡырҙым, йәнәһе лә бер юлы мунса ла төшөп ҡайтырһығыҙ:- Мин эштәрҙе шәп кенә башҡарып бөтәм дә, һеҙгә һыҙғырырмын, купальник, фәлән-төгәнегеҙҙе алып, әҙер генә тороғоҙ!
Битте йыуғас, иң тәүҙә иркенләп, яйлап туйынып алырға ине ниәт, әммә ас ҡаҙҙар ҡаңғылдашып, өйрәктәр баҡылдашып торғанда тамаҡҡа аш бармай икән ул.
Дәртле генә баҫып, ҡош-ҡортто ашатырға сығып киттем.
Ем һалғас, һыу һалынды.
Бушаған биҙрәләргә яңынан һыу тултырғас, мунсаға ла һыу ағыҙылды, өйгә лә бер ыңғайы ташылды.
Һыу ташығансы иҙәнде һыулап бөттөм.
Һөртә башланым да, ҡыҙып бөтә иҙәндәрҙе йыуып сығарҙым, балаҫтарҙы ҡаҡтым.
Уның араһында этте йәлләп, бәйҙән ысҡындырҙым.
Асыҡланыуымса, үҙ башыма: ул ҡыуаныстан рикошет пуля кеүек бар ихатаны бер итеп сапты ла сапты - бәйҙән ысҡынған эт һымаҡ, тигәндәре бына нисек икән, тип уйлап та өлгөрмәнем, Рекс минең өҫкә һикереп битте яланы, мин көтөлмәгәнлектән дөбөр-шатыр йығылып киттем, тырнаҡты һындырҙым.
Мин торғансы эт ихатаны өс урап, йәнә рәхмәтен белдерҙе. Теле менән инде шул...
Бынан ары ҡош-ҡортҡа, баҡсаға, тип һәр сығыуым "гонка на выживание"ға әйләнде: Рекс менән уҙышмаҡтан һыртҡы ҡапҡаға елдерҙек.
С переменным успехом я вам скажу)))
Мәҫәлән, соҡорға түгер өсөн йыуынты биҙрәһе менән һыртҡа сапҡанда (мин инде, Рекс түгел), ул асылған ҡапҡаға алдараҡ йомолоп инеп, мине икенсе урынға торғоҙоп ҡалдырҙы һәм нисектер этеп, биҙрәнең бысраҡ һыуын аяғыма сайпылтты.
Өйрәк-тауыҡтарҙы пырылдатып, шарылдатып, хәтәр күңеле булды, ахыры, сөнки тағы мине яларға һикерҙе. Был юлы биҙрәне ҡалҡан итеп ҡуйып, стенаға һылашып ҡасып өлгөрҙөм. Ботомда эт тырнағынан һәм сөйҙән эҙҙәр һыҙылды, беләктә биҙрәнән күк барлыҡҡа килде. Йыуынты һыу ҡайҙалыр юл ыңғайы һибелеп ҡалды...
Рексты алдаштырып, алғы баҡсаға индергәс, ҡаҙҙарҙы күлгә ҡыуырға булдым. Исмаһам, күлдә йөҙөнөрҙәр, тип улар өсөн һөйөнә-һөйөнә ҡаҙҙарҙы күлгә ҡыуҙым.
Алдараҡ һөйөнгәнмен... Сөнки ҡаҙҙарым юлда осраған һәр үләнде йолҡоп, һәр күләүеккә сумып, шунан сығырға уйламай ҙа, сәпелдәне генә. Йәғни, батҡаҡта. Күләүек тигәнем шул шып-шыйыҡ батҡаҡ ине.
Минең кыш-кыш, тип күләүектәр тирәләй елпенеп йөрөүемә ҡаҙҙар күҙҙәрен аҡайтып аптыраны аптырауға, ләкин сығырға ашыҡманылар. Мин лексиконды тиҙ арала тоҙло-боросло һүҙҙәргә байытырға кәрәклеген аңланым.
Ниһайәт, заманында минең йомшаҡ ергә эләгеп, тәрбиәсе ролен үтәгән сыбыҡтың барлығы иҫкә төштө. Сыбыҡ ритмы аҫтында күлгә күңеллерәк атланыҡ. Оло тиҙлектә күлгә барып сумған ҡара ғына ҡаҙҙарҙың күҙ алдында ап-аҡҡа әйләнгәнен күреп, үҙемдең дә бысранғанды хәтерләнем. Өйгә Рекс кеүек атылдым.
Ҡайтып еткәс, шәп кенә сайынғас, һаманғаса эт менән бесәйҙәрҙе ашатмағанымды иҫләнем. Етешһеҙлекте төҙәттем. Минең сәйем күптән һыуынғайны... Яңынан сәй ҡайнатып, итле картуфты йылытып, ашарға ултырылды. Ултырғас тыныс ҡына ултыр бит инде, юҡ, миңә йәшел һуған менән укроп кәрәк булды.
Баҡсаға киттем. Рексты онотоп. Ә ул минең ише хәтерһеҙ түгел... Бер нисә минуттан мин уны, үҙемде, аяҡ аҫтында быталанған өс бесәй балаһын, тауыҡтарҙы һәм өйрәктәрҙе эттән алып, беткә һалып һүгә-һүгә һыуыҡ мунсала үҙемде һәм кейемемде сая инем.
Иртәнге сәйемде төшкө аш менән бергә эстем. Көн эҫе булғас, өйрәктәргә саҡ һыу ташып һалып өлгөрттөм. Уларға ҡат-ҡат үлән йолҡоп ташыным.
Телде арҡыры тешләп, күл буйында үҙебеҙҙең ҡаҙҙарҙы алып ҡайтырға эҙләгәндә көн кисәүләгәйне. Көс-хәлгә табып, уларҙы алып ҡайтып, ашатып, эсереп, төнгөлөккә барыһын да бикләгәс, этте бәйләү буйынса план захвата иғлан иттем. Тәүге ун план с треском провалились. Мин бирешергә уйламаным, Рекс та бирешмәне. Баҫтырыша торғас, икебеҙ ҙә арыныҡ, бысрандыҡ, асыҡтыҡ. Ашап алыу буйынса перемирие иғлан иткән мәлдә мин уны оятһыҙ рәүештә алдап, сылбырға ултырта алдым. Эттең күҙенә ҡарарға оялып, һыуыҡ мунсаға йыуынырға һәптәнләнем.
Шул саҡта әхирәт шылтыратты: "Беҙ һинең һыҙғырғанды биш сәғәт көтөп ултырабыҙ, мунса, күл, аулаҡ буламы-юҡмы?"
Ниндәй аулаҡ? Ниндәй мунса?!
"Тел ҡыбырлатырлыҡ та хәлем юҡ, иртәгә, бөтә иртәгә, иптәштәр..." Нисек өйгә инеп, карауатҡа тәгәрәгәнмендер - иҫләмәйем.
Икенсе көндө инәйемә донъяһын теүәл генә кире тапшырҙым. Имеш... Бер өйрәк канализация өсөн яңы ҡаҙылған соҡорға төшөп, төндө шунда үткәргән икән))) Эх, бына кемдең булған аулаҡ...
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Фото: Т.Роза
Йәшлек сайтынан алынды
Читайте нас: