Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
7 Август 2020, 12:34

Ғәйбәт тураһында бер хикәйәт

Ҡиәмәт көндө берәүҙең ғәмәл дәфтәрен уң ҡулына биргәндәр. Белеүегеҙсә, уң ҡулға бирелгән дәфтәрҙә изге ғәмәлдәр генә яҙылған була. Был кеше дәфтәрен алып ҡарай ҙа, унда изге ғәмәлдәр генә яҙылғанын күрә.

– Эй, Илаһым, был яҙыуҙар минеке түгел, бер ҡасан да изгелек эшләгәнем булманы. Фәрештәләр яңылышҡан булһа кәрәк, – тине кеше.

Шул ваҡыт хитап килеп:

– Дәфтәр һинеке. Ҡайһы бер әҙәмдәр һине яманлай, ғәйбәтеңде һата ине. Изге ғәмәлдәр һиңә шуның өсөн яҙылды, – тине. Ҡиәмәт көнөндә икенсе берәүгә ғәмәлдәре яҙылған китапты һул ҡулына бирҙеләр. Яҙыуҙы уҡығас, ул намаҙ уҡыуы, ураҙа тотоуы, хәйер-саҙаҡа биреүе тураһында бер нәмә лә тапманы. Аптырағас, Хоҙайҙан:

– Эй, Раббым! Донъяла намаҙ уҡыным, ураҙаны һәр ваҡыт тотоп килдем. Саҙаҡалар бирҙем. Был дәфтәргә уларҙың береһе лә теркәлмәгән, – тип һораны.

– Фәлән-фәлән кешенең ғәйбәтен һөйләгәйнең, – тип хитап килде Хаҡ Тәғәләнән, – шуға һинең изге ғәмәлдәрең юҡҡа сыҡты, йәғни улар һин ғәйбәтен һөйләгән кешегә бирелде.

Ғәйбәт һөйләмә. Кешенең яманатын һатыу менән үҙеңдең изге ғәмәлдәрең юйыласаҡ.

* Хитап – йәшерен тауыш.
Яңылыҡ авторы: Т. АМАНОВ
Йәшлек сайтынан алынды
Фото Т.Роза
Читайте нас в