Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
7 Август 2020, 12:38

Көтөп уҙған ғүмер

Урал аръяғы райондарының береһенә барғанда Шәмсиә инәй менән таныштыҡ. Тыл ветераны булараҡ, уны гәзиткә яҙырға тейеш инем. Өйөнә барып, килене Зәкиә әҙерләгән табын артында һәүетемсә генә һөйләшеп, сәй эсеп алдыҡ. 90 йәште күптән үтеүгә ҡарамаҫтан, әбейҙең иҫе теүәл, үҙе лә теремек кенә. Тик һуңғы йылдарҙа күҙҙәре күрмәй башлаған икән. Зәкиә апай эше менән булышырға ихатаға сығып киткәс, Шәмсиә инәй мине бер аҙ аптыратып хәбәр башланы:

– Ҡыҙым, һин килә тигәс, кире бормаҫҡа булдым, тормошомдо һөйләп, күңелемде бушатып алырға уйланым. Беҙҙең быуын ауырлыҡтарҙы күп күрҙе, берәү ҙә ситтә ҡалмағандыр. Мине яҙып торма, ил күргәнде күрҙем, ил кисергәнде кисерҙем. Йәш саҡтағы ауырлыҡ өсөн хәҙер рәхәтлектә көн күрәм: хөкүмәт фатир ҙа бирҙе, шифаханаға ла ебәрә. Пенсиям да байтаҡ ҡына, ейәндәремә, бүләсәрҙәремә ярҙам итә алам. Хәҙер бәйән итәсәк хәлде яҙһаң, разый булырмын. Шәхсән үҙем генә белгән кисерештәремде, хәлдәремде һөйләгем килә.

Һуғыш башланғанда балалыҡтан ғына сыҡҡан сағым ине. 7-се класты тамамлағайныҡ. Үрге оста йәшәүсе йәштәшем Ишбулды менән үҙебеҙсә дуҫлашып, осрашып йөрөгән булдыҡ. Элекке осрашыу ҙа шул инде: еләктән ҡайтып килешләй урман буйында көтөп тороп хәбәр ҡуша йә мәктәптә хат тоттороп китә. Мин дә уны оҡшатам. Һуғыш сыҡҡас, беҙ класыбыҙ менән уҡыуҙы ташлап, колхоз эшенә егелдек. Атайым бесән эшләп йөрөгән мәлдә һуғышҡа киткәйне, уның урынына эшкә сыҡтым. Ҡышҡыһын мал ҡарауға әйттеләр. Бер осорҙа уйнап үҫкән ҡыҙҙар кемеһе һыйыр һауҙы, кемеһе һабанға егелде. Һөйгәнем район үҙәгендә тракторисҡа уҡып ҡайтты. Күберәк эш мәлендә генә күрешәбеҙ, сөнки арып-талып эштән ҡайтҡас, ярым ас килеш клубҡа, урамға сығып йөрөгө килмәй.

1943 йылдың көҙөнә Ишбулды менән икебеҙгә лә 18 йәш тулырға тейеш. Йәй аҙағы ине, өйөбөҙгә яусы килеп инде.

– Егетте йәше етеү менән һуғышҡа саҡыртырҙар инде, эште оҙаҡҡа һуҙмай ғына йәштәрҙе өйләндерәйек. Бер-береһен яраталар, никахлы булыуҙары, бергә тормош башлауҙары яҡшыраҡ. Насип булһа, һуғыш та бөтөр...

Алдан ғаилә ҡороу тураһында һүҙ булмаһа ла, бергә ғаилә ҡороу тураһында гел хыялланып йөрөнөм. Шуға ла бәхеттең етенсе ҡатында инем. Аҡ ҡына ситса тауарҙан күлдәк тектереп, туй табыны артында ысын кәләш булып ултырҙым. Табын тигәнебеҙ ҙә – сепарат һөтөнә бешерелгән тары бутҡаһы, ҡоро табала бешерелгән көлсә һәм үлән сәйе. Ике ғаилә янына ике яҡ күршеләр инде. Һуғыш сыҡҡаны бирле ауылда өйләнеүселәр булмағас, беҙҙең туй оло ваҡиға кеүек күренде. Йырлашып та, илашып та алдыҡ. Ни тиһәң дә, икебеҙҙең дә атайҙар һуғышта, ауылдағы яугирҙарҙың байтағы вафат. Мин иһә, Ишбулдыға саҡырыу килгәнсе һуғыш бөтөр, тип өмөт итәм.

Йәрәшкән төнөбөҙҙә Ишбулды миңә көмөш тәңкәнән һуғылған балдаҡ бүләк итте. Икенсе көн таң атыу менән төйөнсөккә төйнәлгән алам-һалам кейемдәремде, әсәйем бирнә тип биргән ағас ялғаш менән түрюрғанды алып, иремдең йортона ҡалдырҙыҡ та эшкә йүгерҙек. Кис еткәс, өйгә ҡайтырға ҡыймайым. Ни тиһәң дә, балалыҡ сығып бөтмәгән бит. Бесәндә йөрөй инек, башҡаларҙан айырылып тороп ҡалдым. Ярай, ураҡ менән туғайҙан бесән урып, йөкмәп ҡайтып килгән ҡарт ҡәйнәм осрап, эйәртеп алып ҡайтты.

– Ирең ҡайтыуға ыумаслап булһа ла аш бешер, ваҡытың ҡалһа, кәртә артына бәрәңге сүпләргә төш. Улай оялып йөрөмә, был йортҡа төшкәс, хәҙер үҙеңдекеләй күр,– тип йомшаҡ ҡына итеп аҡыл бирергә лә өлгөрҙө.

Һәүетемсә йәшәп киттек. Ҡайным һуғышта, өйҙә ике ҡәйнәм, бикәсем менән бергә йәшәйбеҙ. Бәхетемдән иремде көҙ түгел, ә февраль айында ғына һуғышҡа алдылар. Уға тиклем минең йәштәге ҡыҙҙарҙы ФЗО-ға саҡырта башлағас, беҙ ауыл советына барап, никахты законлаштырып ҡуйғайныҡ. Ә Ишбулды китер алдынан ғына ауырлы икәнемде белдем.

– Малай булһын ине, – тип теләгәнен Хоҙай ишетте, 44-се йыл аҙағында улым Таһир тыуҙы. Иремдең хаттары йыш килде, мин дә төн йоҡоларымды ҡалдырып булһа ла уға оҙон-оҙон яуаптар яҙа инем. Еңеүҙән бер ай алда ғына госпиталгә эләгеүе тураһында хәбәр итте. “Аяғымдың яраһы ҙур, бәлки, ҡайтырға ла тура килер. Ҡырҡмаһалар булды, сатанлап ҡына йөрөргә ризамын. Иң мөһиме алда еңеү һәм мин иҫән!” – тип яҙғайны ул хатында.

Беҙ шатлығыбыҙҙан уның ҡайтыуын көтә башланыҡ. Еңеү көнөнән һуң бигерәк тә. Тик Ишбулды юҡҡа сыҡты. Хаттарым яуапһыҙ ҡалды, ни «ҡара ҡағыҙы» килмәне. Военкомат аша эҙләтеү ҙә файҙаһыҙ булды.

Йылдар үтте, мин өмөт өҙмәй, иремде көттөм дә көттөм. Һуғыштан ҡайтҡан ҡайным үпкә ауырыуынан, ҡарт ҡәйнәм олоғайып вафат булды. Бикәсем кейәүгә сығып, ҡалаға күсеп китте. Килен булып төшкән йортта улым, ҡәйнәм менән өсәүләп донъя көттөк.

– Әсәй, минең атайым да батыр булғанмы? Уны ла фашистар үлтергәнме? – тип һораған Таһирға нимә тип яуап бирергә лә белмәнем. Эйе, тиер инем, үлеменә ышанмайым, юҡ, тиһәм, ҡайҙалығын һораясаҡ. Тәүҙә күҙ йәше сығарманым, аҙаҡ төндәр буйы илап сыға инем. Яйлап яңғыҙлыҡҡа күндем, балама бауыр баҫып йәшәй башланым.

Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар күп булһа ла, бер осор үрге оста йәшәүсе фронтовик Әхәт мине һоратып бер булды. Ул Таһир тыуған мәлдәрәк контузия алып, ҡолаҡҡа бер аҙ ҡатыраҡ булып, ауылға ҡайтҡайны. Минән ун йәш тирәһенә оло, һөйләшеп, аралашып йөрөгән кешем түгел. Тәүҙә бер туған ағайым аша сәләм ебәрҙе, аҙаҡ димселәр килде. Ризалығымды бирмәгәс, бер аҙҙан үҙе ишек ҡаҡты. Иремде көтәм, тип баш тартҡас:

– Һуғышта төрлө хәл була. Снаряд йә мина шартланымы, урынында ҡара тупраҡ өйөмө ҡала. Ишбулды ла шулай вафат булғандыр. Йәш ғүмереңде әрәмгә үткәрмә, иҫән булһа, хат яҙыр ине, – тип оҙаҡ ҡына өгөтләп тә ултырҙы. Тик мин ярты йыл ғына йәшәп өлгөргән иремдең ҡайтыуын көттөм. Әхәт иһә тағы ла өс йыл тирәһе миңә инәлеп йөрөнө-йөрөнө лә күрше ауылдан бер ҡыҙға өйләнде.

– Үлмәгән булһа, күптән берәй мәрйәгә йә хохлушкаға өйләнгәндер инде Ишбулдыһы. Йә әсир төшөп, Германияла йәшәп яталыр, – тигән сәләмдәре килеп, йөрәк яраларын ҡуҙғалтып ҡуйыр ине. Эскән сағында тәҙрә шаҡығаны ла булды. Тик минең күңел бер кемде лә иш итергә теләмәне.

30 йыллап элек, Әхәт ҡаты ауырып, түшәккә ятҡас, мине эргәһенә саҡыртты. Йәшерәк саҡты иҫкә төшөрәлер тип, ул сәләмгә артыҡ иғтибар бирмәнем. Бер аҙҙан хәлен белергә барған кешеләр аша тағы ла бер нисә ҡат саҡыртҡас, янына барырға булдым. Тик мин ғорурлығымды йыйып йөрөгән арала ул телдән ҡалғайны. Бары тик ҡарсығы ғына:

– Шәмсиә алдында ғәйебем бар, тип эй һине көттө инде. Үҙем барып әйтергә һис ҡул теймәне, кеше аша әйтеп ебәргәйнек тә, һин килмәнең, – тип ыуаланды.

– Нимә әйтергә уйланы икән?

– Белмәйем шул...

Бер аҙҙан Әхәт мәрхүм булды, әйтер һүҙе тураһында артыҡ уйламаным. Йәш саҡта исемемде сығарырға иткәне өсөн ғәфү үтенергә теләгәндер, тинем. Бер аҙҙан ир-егеттәр араһында Ишбулдының иҫән-һау булыуы тураһында һүҙ таралған. Ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа күсеп килә торғас, миңә лә ишетелде. Кемдән сыҡҡан, кем ишеткән? Ғаиләбеҙ менән (уға тиклем Таһир улым өйләнеп, үҙе дүрт балаға атай булғайны инде) хәбәрҙең башын эҙләргә тотондоҡ. Барыһы ла Әхәттең дуҫы Вәкилгә барып тоташа ине. Бер көндө өйөнә барып индем дә туранан-тура һорау бирҙем:

– Ишбулдының иҫән булыуын ҡайҙан белеп һүҙ тараттың?

Тәүҙә ыҡ-мыҡ килде, нисек аҡланырға белмәне. Өмөтләнеп килеп тә, йүнле хәбәр ишетә алмауыма ғәрләнеп илап ебәрҙем. 40 йылдан ашыу көтөп, шунда өмөтөм өҙөлгәйне. Тик иң ҙур һынау алда булған икән. Әллә минең күҙ йәштәрен күтәрә алманымы, әллә үҙе лә ул йөктө йөрөтә алманымы, Вәкил белгән хәбәрен әйтә ҡуйҙы.

– Еңеүҙән һуң әле ул, беҙ Әхәт менән колхоз йомоштары буйынса Мәғнит ҡалаһына барғайныҡ. Мин сбруй һатып, ваҡ-төйәк алырға тейеш инем. Тик баҙарҙа йөрөгән кеҫә ҡараҡтары байтаҡ аҡсамды урланы. Бурысым өсөн төрмәгә ултыр­тыуҙарынан ҡурҡып, тамам төшөнкөлөккә бирелдем. Башымды элмәккә тығырҙай инем ул саҡта. Атыбыҙ бәйләнгән урынға килһәм, Әхәт бер һалдат менән һөйләшеп тора. Баш ҡағып ҡына үтеп киткәйнем, теге һалдаттың: “Әллә Вәкил ағай инде?” – тигәнен ишетеп әйләнеп ҡараным. Бик таныш күренде ул, тик таный алманым. Кеше ҡайғыһы юҡ ине. Арбаға килеп яттым да донъямды оноттом. Бер аҙҙан: “Баламды ҡаҡмаһын, һуҡмаһын инде. Әсәйемдәргә ошоно тапшыр, мин бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡайтырмын. Иҫәнлегемде белдереп, сәләм әйт”, – тигәнде асыҡ ишеттем. Әхәт яныма килеп: “Эшең бөттөмө? Ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалайыҡмы?” – тип һорағас ҡына хәлемде аңлатып бирҙем. Ул да йыуатыр һүҙ тапманы. Оҙон-оҙаҡ килә торғас һорай ҡуйҙым: “Баяғы һалдат кем булды ул? Йөҙө таныш кеүек. Беҙҙең яҡтыҡы булһа, ниңә ултыртып алманыҡ ул?” “Был яҡтыҡы түгел ул...” Район үҙәгенә етәрәк Әхәт миңә ҡағыҙ аҡса һуҙҙы: “Бында, әлбиттә, юғалған суммаға етмәй, өйҙә бер аҙ йыйынтыҡ бар, шуны өҫтәрмен. Үҙең дә кешеләрҙән һораштырып ҡара, бәлки, кәрәкле сумма йыйылыр, төрмәнән ҡотолорһоң. Тик бер шарт бар: баҙарҙа күргән теге һалдатты онот!” Баш ҡайғыһы ҙурыраҡ ине, күндем. Бары йылдар үткәс кенә уның Ишбулдыға оҡшаған булыуын сырамытып (ни тиһәң дә беҙ һуғышҡа киткәндә малайлыҡтан сығып ҡына килгән бала ине бит), эсеп ултыр­ғанда Әхәттән һорай ҡуйҙым.

– Ранен булып ҡайтҡаны бирле Шәмсиәне яратам. Ире ҡайтмаһа йәки ҡабул итмәһә, миңә кейәүгә сығыр, тип уйлағайным. Баш бирмәне суҡынмыш, һаман яңғыҙы көн күрә. Бер салага малай өсөн йән атһын әле! Теге саҡ өйҙә тауыш ҡуптарып, ҡатынын ҡыуып ҡайтарһа тип кенә Ишбулдыға: “Ҡайтып киләһең дә ул, тик ҡатының күршеңдәге Хисмәтулла менән ҡауышып йөрөй. Ауырлы тип тә һөйләйҙәр. Һин ҡаты бәрелмә инде, ни тиһәң дә, йәш ҡатын, ә һин йылдан артыҡ һуғышта йөрөнөң...” – тигәйнем, ғәрсел кеше булғас ни, ҡайтманы ла ҡуйҙы. Ҡайҙа йөрөйҙөр инде. Әсәһенә тапшырырға ҡушҡан аҡсаны һиңә бирҙем, – тип башыма гонаһ өҫтәне. Күңелдә йөрөгән йөк ауыр бит, сер итеп икенсе дуҫыма һөйләгәйнем, телдән телгә киткән инде шулай...

Вәкил һөйләнеп ултырып ҡалды, мин илай-илай ҡайтып киттем. Таһир тағы атаһын эҙләргә тотондо. Ярай ул саҡта донъя болғанып торған саҡ ине, хәҙер бит техника заманы. Һаман эҙен таба алмайбыҙ. Исмаһам, ҡәберен генә булһа ла улы барып күрер ине. Башҡа ғаиләһенән балалары булһа, аралашып йәшәргә була бит. Эй, Хоҙайым, Әхәт үлгәне бирле күңелемә тынғы таба алмайым. Баламды – етем, мине тол ҡалдырған шул ир затына рәнйешем көслө. Ишбулды ла инде, мине уйламаһа, әсәһен, улын уйлап ҡайтһа ни була!? Анауындай һуғыш юлын үтеп, үлемде еңеп, өйгә ҡайттым тигән ерҙә юҡ бул инде... Әллә ғәрлегенән үҙ-үҙенә ҡул һалдымы икән, тип тә уйлайым. Хоҙай әллә унан сәләм килерен көттөрөп үлем ебәрмәйме икән: һуңғы йылдарҙа дүрт операция үткәрҙем, һин дә мин тереләм дә китәм. Инде йөҙ йәшкә яҡынлайым, балаларым, ейәндәрем иҫән-һау, матур донъя көтә. 14 бүләсәрем бар ине, ике ай элек бүләм тыуҙы. Эй-й-й, Ишбулдым ҡайтһа-а, ошо бәхеттәр уртаҡ булыр ине бит...

Шәмсиә инәйҙе йыуатыр һүҙҙәр тапмай, илай-илай яҙмышын барланым. Һуғыш афәтенән дә яманыраҡ икән нахаҡ һүҙ. Ауырлыҡҡа, үлемгә бирешмәгән ирҙәрҙе лә юҡҡа сығара.

Фото: Т.Роза
Яңылыҡ авторы: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: