Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
6 Август 2020, 21:04

Уны ғаиләгә ышанып ҡабул иткәндәр ҙә бит..

Баланың әсәһе был турала белеү менән полицияға мөрәжәғәт иткән.

Балаҡатай районында үгәй атай 10 йәшлек ҡыҙға ҡарата енси енәйәт башҡарғаны билдәле булды. 49 йәшлек ир бер нисә ай дауамында, 11 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем, ҡыҙыҡайҙы көсләгән. Баланың әсәһе был турала белеү менән полицияға мөрәжәғәт иткән. Был турала “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итә.
Яҡынса билдәле булыуынса, ҡатындың өйҙәше баланы енси бәйләнешкә көс менән мәжбүрләгән. Ә ҡыҙыҡай быйылни бары өсөнсө класты тамамлаған.
Ирҙе шунда уҡ ҡулға алғандар. Ул был ваҡытта иҫерек булған. Шунда уҡ ғәйебен таныған.
– Был факт буйынса 132-се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынды, уның менән тәфтиш саралары үткәрелә, – тинеләр республиканың Тәфтиш комитетында.
Их, һеҙ ир-ат. Ҡатын кеше һеҙҙе ышанып ғаиләгә ҡабул итә, таяныс һәм ярҙамсы булырһығыҙ тип өмөтләнә. Ә һеҙ уның бәләкәй балаһы менән ниндәй башҡа һыймаҫлыҡ ҡылыҡтар ҡылаһығыҙ...
Фото: Андрей Старостин
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: