Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
4 Август 2020, 19:33

“Аҡыл ултыра, ахыры, егеттәр...”

Йәйге ҡайнар ҡояш, ниһайәт, офоҡ аръяғына тәгәрәне. Томралыҡ бер аҙ арытты шул быйыл. Һөйгәнемде фатирына тиклем оҙаттым, иртәгә осрашырға тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Ҡайтырға ла йоҡларға, иртәгә таң һарыһынан эшкә...

Туҡталыштарҙың береһе янынан үтеп барышлай ҡатын-ҡыҙ һынын шәйләнем, бәй, был ваҡытта мажара эҙләргә сыҡҡан түгелме был? Йөҙөнөң борсоулы булыуын күреп ҡалдым, әллә илаған да инде... Кире боролорғамы икән? Ялҡаулығымды, йоҡомдо еңеп, машинаны кире борам. Бәлки, уға ярҙам кәрәктер.
Ҡараңғыла уның ауырлы булыуын абайламағанмын икән, яҡынлашҡас ҡына аңланым.
- Ни булды? Ниңә илайһығыҙ?
- Тулғаҡ тота, бик ауыр, үләм бит, - тип ҡысҡырыуынан үҙем дә ҡурҡыуға төштөм.
Тәжрибә юҡ, ул саҡта кеше ҡайғыһына ҡарата иҫ тә китеп бармаған дыуамал йәш саҡ ине. “Ни эшләргә? Машинала балаһын табып ҡуйһа? Креслоны бысратһа? Бер-бер хәл булһа?” Варианттар күп, тик шуныһы асыҡ: был минутта бер мин генә уға ярҙам итә алам.
13 минут эсендә беҙ дауаханаға килеп тә еттек. Сабый ҙа, әсәһе лә иҫән-һау, шөкөр. Табип: “Тағы бер ун минутҡа һуңлаһағыҙ, хәлдең насар тамамланыуы ла ихтимал ине”, - тине. Аҙаҡ билдәле булыуынса, Нәйләнең ғаиләһендә туғандар араһында ығы-зығы тыуған. Ҡатында бер кемдең ҡайғыһы булмаған, аптыраған көндән ул юл буйында кемдеңдер ярҙамына өмөт тотоп сыҡҡан. “Өмөт” тигәне мин булғанмындыр, күрәһең. Төн ауышҡас ҡына ҡайтып киттем.
Бер нисә көндән Нәйләнең ире, тыуған-тумасаһы мине эҙләп тапты. Аҡса, бүләк биреп, ғәйептәрен юйырға, аҡланырға маташалар. Барыһынан баш тартырға аҡыл етте. Бер юлы ике ғүмерҙе ҡотҡара алғаныма хәҙер шатланып бөтә алмайым. Ә бит үҙем дә тәүҙә бик икеләнгәйнем. Аҡыл ултыра башланы, ахыры, егеттәр...
Фото:Т.Роза
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: