Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
2 Август 2020, 12:22

Софьяның ауыр хәленән кем файҙалана?

Былтыр республика халҡы тыумыштан башы зәғиф, бармаҡтары ла дөрөҫ үҫешмәгән, йәғни Апера синдромы менән яфаланған Софья Ғизәтуллина менән танышып, ҡыҙҙың яҙмышына иҫе китте, уның ауыр тормошо өсөн борсолдо, көйҙө.

“Изгелек йәйғоры” кризис ярҙамы үҙәге ирекмәне Регина Биргулиева ҡыҙға ҡағылышлы мәсьәләне күтәреп сыҡты. Һөҙөмтәлә балаға Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте генә түгел, шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбиров та иғтибар итте. Һөҙөмтәлә ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһе ыңғай хәл ителде – ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Ҡыҙҙы Израиль табиптарына күрһәттеләр, һуңынан Өфөлә операция яһанылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Софьяның тарихы мутлашыусыларҙы ла “битараф” ҡалдырмаған. Регина Биргулиеваның һүҙҙәренсә, социаль селтәрҙә Хакасиянан ныҡ ауырыған Вика өсөн аҡса йыйыу тураһында фейк яңылыҡ барлыҡҡа килгән. Уның яҙмышы Софьяныҡы кеүек үк тип яҙғандар: “Ҡыҙҙың баш формаһы боҙолған, ун операция талап ителә, балалар баҡсаһына алмайҙар”. Йәнәһе, баланы дауаларға 1350000 һум аҡса талап ителә, уның 650 мең һумын йыйырға ҡалған. Бынан тыш, был постарға Софья Ғизәтуллинаның видеояҙмаһын беркетәләр.
Ысынында иһә әлеге ваҡытта Софья өсөн бер ниндәй ҙә аҡса йыймайҙар. Әммә теге ялған пост көндән-көн күпләп тарала, ҡараусылар арта. Шуға күрә лә ирекмәндәр социаль селтәрҙә бындай постарҙы күргәндәрҙе администраторҙан уны алыуҙы талап итергә кәңәш итә.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: