Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
2 Август 2020, 12:05

"Минең балам,ҡыҫылмағыҙ!"

Благовещен ҡалаһында атаһы менән әсәһе күршеләренең күҙ алдында көпә-көндөҙ 8 йәшлек малайҙарын туҡмай.

Инцидент 30 июлдә була. Был хаҡта NewsBash порталы хәбәр итә. Осраҡлы шаһиттар быны күреп торған, видеоға төшөрөп интернет селтәрҙәренә һалған. Кадрҙарҙан күренеүенсә, әсәй кеше улын әрләй-әрләй ныҡ итеп туҡмай, шунан атаһы килеп ҡушыла, бөтә көс менән малайҙың эсенә һуға. Малай әрнеүле ҡысҡыра, туҡтауҙарын һорай. Күреп тороусыларҙың береһе лә малайға ярҙамға ашыҡмай. Әммә шулай ҙа кемдер әсә кешегә шелтәле өндәшә, ҡатын ул аҡса урланы, тип яуаплай, минең балам ҡыҫылмағыҙ, тип екерә.
Башҡортостан прокуратураһы был хәл менән ҡыҙыҡһына башлаған. Балаларына ҡарата йыртҡыстарса мөнәсәбәтле атай менән әсәгә полиция тарафынан бәлиғ булмағанды тейешенсә тәрбиәләмәү, уға ҡарата көс ҡулланыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Йөрәк өшөткөс хәл... Ниндәйҙер һумдар ғәзиз балаңдан да ҡиммәтме икән ни һуң?.
Фотo "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: