Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
23 Июль 2020, 22:52

Яуап бирергә тура киләсәк

Күңелһеҙ хәл Саҡмағош районында теркәлгән. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә 14 йәшлек мәктәп уҡыусыһының өләсәһе мөрәжәғәт иткән.

Пенсионер ханым белдереүенсә, июндә райондың бер ауылының йылға буйында уның ейәнсәре бер нисә мәртәбә "ике яҡтың да ризалығы" менән йәш кеше менән енси бәйләнешкә ингән. Ҡыҙҙың өләсәһе ейәнсәренең тыуған көнө алдынан был хәл тураһында полиция органдарына хәбәр иткән. Күрәһең, етенсе класта уҡыған ейәнсәре был ваҡиғаны сер итеп һаҡлағандыр ҙа, әммә түҙмәгәндер.
Әле был ваҡиғаны асыҡлау маҡсатында райондың бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Уҡыусы баланы яман эшкә йәлеп иткән егет ҡулға алынған, әле был хәлгә ҡарата енәйәт эше асыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в