Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
22 Июль 2020, 21:29

Ямғыр теләп, боҙ яуҙырған егет

Боронғо риүәйәткә ярашлы, ныҡ ҡоро килгән бер йылда Сөләймән пәйғәмбәр бар халҡы менән Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорарға ҡырға сыҡҡан. Шул ваҡыт уларға, “Һеҙҙең өсөн бер ҡырмыҫҡа Алланан ямғыр һорап доға ҡылды һәм уның доғаһы ҡабул булды”, тигән хәбәр килә. “Мин ямғырҙы фәҡәт тик хайуандар һәм үҫемлектәр өсөн генә яуҙырам, кешеләрҙең гонаһы шул тиклем күп, улар өсөн бәрәкәт ебәрмәйем”, - тип яуаплай Хоҙай.

Ысынлап та, күп тарафтарҙа ямғырҙы мал-тыуар, тереклек хаҡына һорау ырымы әле лә бар. “Ямғыр теләүҙең махсус доғаһы ла бар: истискә намаҙы ике рәҡәғәттән тора, ғәйет байрамдарында ҡылынған намаҙ һымаҡ үтәлә. Намаҙға сығыу алдынан саҙаҡа бирелә”, - тип аңлата дин белгестәре.
Шулай уҡ ямғырҙы балалар исеменән һорау ҙа киң билдәле. Күп урындарҙа теләккә сыҡҡанда балаларҙы ла үҙҙәре менән алалар, ололар уларға уйындар ойоштороп, бүләктәр биреп, сәй табыны артында тәмлекәстәр менән һыйлай.
“Ямғыр, ямғыр, яу, яу,
Иген үҫһен тау-тау! – тип һамаҡлап кескәйҙәр теләк әйтә. Балалар теләгән теләк мотлаҡ ҡабул була, тигән ихлас ышаныу йәшәй халҡыбыҙҙа.
Ямғыр теләүгә бәйле башҡа төрлө ышаныу-ырымдар ҙа күп кенә. Мәҫәлән, һыу эсенә ҡаҙан түңкәреп һалыу йәки әсе итеп һыҙғырыу ҙа – ямғыр яуыуға тигән ырым бар. Әлеге видео мәрәкә өсөн төшөрөлһә лә, ул да – халҡыбыҙ араһында киң таралған ырым-ышаныуға ҡоролған.
Фото: видеонан скриншот.

Видео: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: