Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
22 Июль 2020, 17:56

ЯМҒЫР АҪТЫНДА ДОҒА (булған хәл)

«Тағы ла иҫереп ҡайтҡан», – тип әсенеп уйлап алды Рабиға*. Йәш саҡта, ярай, эсте инде. Бына олоғайған көндәрендә, исмаһам, бергәләп тәһәрәт алып, намаҙҙар уҡып ултырһаҡсы, тип хыяллана ла бит ҡатын, юҡ шул, үҙ һүҙле Зәйнәғәлеһе һаман элекке юлын ҡыуа: эсмәй һин дә мин бер килке йөрөгәндән һуң йәнә шайтан һыуына туйынып ҡайта. Айныҡ хәлендә лә ярһыу, ҡыҙыу, алабарман булған ирҙең һуҡмыш сағында бөтөнләй күҙенә салынмауың хәйерлерәк. Эсмәгән көндәрендә уға Рабиға:

‒ Зәйнәғәле, инде олоғайҙыҡ, теге донъяны ла уйларға кәрәк бит, ‒ тип ипләп кенә өндәшеп ҡарай. ‒ Ташла инде эсеүеңде, етәр. Ана, ейәндәребеҙ буй еткереп килә, уларға ниндәй үрнәк күрһәтәһең? Исмаһам, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ғибәҙәттәр ҡылып ултырһаңсы.

Ире иһә дөрләп ҡабына ла китә:
‒ Мин һинең һымаҡ тамаҡ әҙерләп, ҡашығаяҡ йыуып, намаҙ уҡып ҡына ултыраммы әллә? Ана, фураж тарттырырға, малды ҡарарға кәрәк!..

Бына әле тағы иҫереп ҡайтҡан ир ҡатынына бәйләнде.
‒ Һикәлтәлә осҡо Байтимер менән эсеп ултыра инең! ‒ тип, һуғырға киҙәнә башламаһынмы.
‒ Тәүбә, әстәғфируллаһ, нимә һөйләйһең, күҙеңә күренәме әллә?..

Тышҡа йүгереп сығып өлгөрҙө ҡатын. Сикәләре буйлап әсе күҙ йәштәре аҡты. «Иҫереккә – диңгеҙ тубыҡтан... Күҙе аларып алған да баһа...» Рабиға, ҡалтыранып, һарай артына ышыҡланды. Шул саҡ ҡапыл күк күкрәп ебәрҙе лә, шабырлап ямғыр яуырға тотондо. Ҡурҡыуҙан да, иренең әлеге ҡылығынан ғәрләнеп тә ҡатын үкһеп-үкһеп илай һәм Аллаһҡа ялбара башланы: «Йә Раббым, Зәйнәғәленең йөрәген асһаңсы, күңеленә миһырбанлыҡ бирһәңсе! Ҡарт көнөмдә ниңә нахаҡҡа рәнйетә ул мине? Эй Аллаһым, һиңә генә һыйынам!..» Шулай ҡабатланы ла ҡабатланы.

Ят ирҙәр менән эсеп ултырыу түгел, ситкә ҡарағаны ла булманы уның, йәштән итәғәтле булды Рабиға. Шайтан ҡотҡоһона бирелеп, шулай ҡыланамы Зәйнәғәлеһе?.. Был тиклем дә илағаны юҡ ине бөтә тойғоларын йөрәгендә тотоп өйрәнгән сабыр ҡатындың.

Күпме шул рәүешле торғандыр, ҡапыл иренең йән өҙгөс тауышы һауа ярҙы: «Рабиға! Рабиға!» Был тағы ла шауларға, боларырға уйлай, тип ҡурҡып, һарай диуарына тағы ла нығыраҡ һыйынды бисара. Тауыш йәнә ҡабатланды. Биреләнергә уйлаған кешенең тауышына оҡшамаған да баһа, тип һағайҙы Рабиға. Йәлләткес итеп саҡыра ире. «Уй Аллаҡайым, йә бешерҙе, йә ҡырҡты инде берәй ерен», ‒ тип, ҡатын ҡойоп яуған ямғыр аҫтында шул арала йыйылырға өлгөргән күләүектәрҙе сәсрәтә-сәсрәтә өйөнә йүгерҙе.

Бая ғына ажарланған иренең хәҙер ниңәлер ҡобараһы осҡан, йөҙө ағарынған, маңлайына тир бәреп сыҡҡан.
‒ Рабиға, миңә әллә ҡайҙан тауыш килде бит... Микрофондан яңғырап ишетелде, ‒ тип әйтеп һалды Зәйнәғәле. – Иртәгә магазин алдына сыҡ та, лә иләһә иллә Аллаһ, Мөхәммәт рәсүлуллаһ, тип ҡабатлап тор, тине!
Ҡурҡышынан аҙарынған ирҙең хәле бик мөшкөл күренә ине.

‒ Йоҡлап китеп, һаташҡанһыңдыр, ҡолағыңа ишетелгәндер, ‒ тине аптыраған ҡатын, шыбырлап.

‒ Туҡта, әле һөйләп бөтмәнем! ‒ тип бүлдерҙе уны ире, тауышын күтәреп. ‒ «Лә иләһә иллә Аллаһ, Мөхәммәт рәсүлуллаһ, тип ҡабатлап әйт, иртәгә магазин алдына сыҡ», ‒ тине тауыш. Өй яңғырап торҙо. Шунан: «Мин улайтып магазин алдында ултырһам, малды кем ҡарай? Һыйырҙарҙы көтөүҙән алып ҡайтыр кәрәк бит», – тинем, аптырап. Теге тауыш: «Беҙ уны үҙебеҙ ҡайғыртырбыҙ», – тип яуапланы ла тынды!

Рабиға ни тип өндәшергә лә белмәне, был ҡыланышы хәйерлегә генә булһын инде, тип эстән уйлана-уйлана түрбаштағы эшенә кереште.

Бая ғына хәмер шауҡымынан иҫерек булған ир, әйтерһең, бөтөнләй эсмәгән дә, ап-айныҡ кеүек. Ҡатын, ҡурҡып, ирен күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтте. Уныһы иһә әлеге хәбәрен, үҙенә үҙе ышанмағандай, ҡабатлауын белде. Бер аҙҙан ирҙең йәнә дөрләп ҡабынып китеүенән ҡурҡһа ла:

‒ Зәйнәғәле, йоҡлап китеп, төш күргәнһеңдер, ‒ тип ҡабатлап өндәшмәй булдыра алманы.

‒ Ниңә йоҡлап китәйем ти? Йоҡламаным, тим бит! Төш менән ысынды айырмай, тиһеңме?!

Рабиға башҡаса һүҙ ҡушыуҙы кәрәк тип тапманы...

Иртәгәһенә Зәйнәғәле бер шешә араҡы тотоп ҡайтты. «Э-эй, кисә генә башҡа бер ҡасан да эсмәҫтәй булып хәбәр һөйләп ултырғас, күңелдә өмөт осҡоно ҡабынғайны ла... Буш булған...» Башын шундай йән көйҙөргөс уйҙар быраулаһа ла, сабыр ҡатын, ғәҙәтенсә, был юлы ла өндәшмәй түҙҙе. Зәйнәғәле, яңғыҙы бер шешәне бушатты ла:

‒ Был минең һуңғы араҡым булды. Башҡаса ауыҙыма ла алмайым, ‒ тип әйтеп һалды.

Рабиға, уға әйләнеп бер ҡараш һирпте лә, үҙ эшен дауам итте. «Туҡран тәүбәһе, тиҙәрме әле, эскән кеше ундай вәғәҙәләр бирергә әүәҫ инде. Сираттағы әкиәтелер...»

Тышта, кисәгенең дауамы булып, берсә ҡойоп, берсә һибәләп, ямғыр яуа. Зәйнәғәле, ямғырҙа кейә торған плащын бөркәнде лә, йәнә ҡайҙалыр сығып китте.

...Зәйнәғәле менән Рабиғаның ауылға ялға ҡайтҡан студент ҡыҙы Фирүзә, туҡталышта төшкәс, ауылының саф һауаһын һулап бер килке тирә-яҡҡа ҡарап торҙо ла тыуған йортона табан юл тотто. Магазин тәңгәленә еткәс, бала саҡ әхирәте Таңсулпанды тап итте. Ҡосаҡлашып күрешкәндән һуң сыу килеп хәл-әхүәл тураһында һөйләшеп алғас, Таңсулпан шулай тип сутылданы:

‒ Ҡара әле, һинең атайыңа аптыраныҡ. Яңыраҡ бер нисә көн ул ҡойоп яуған ямғыр аҫтында магазин ҡаршыһындағы эскәмйәлә сәғәттәр буйы ултырҙы. Иртәнсәк килә лә төштән һуң ғына ҡайтып китә. Уның улайтып көн яҡтыһында эскәмйәлә эшһеҙ тик ултырғанын күргән юҡ ине бит. Етмәһә, ямғыр яуа.

‒ Булмаҫ, берәйһе менән бутағанһыңдыр, ‒ тип ҡаштарын дуғаландырҙы ла Фирүзә, әхирәте менән хушлашып, йәһәтләп ҡайтырға ашыҡты.

Ысынлап та, быға ниҙер булған, тип һығымта яһаны Фирүзә, атаһы менән күрешкәс. Аҙаҡ, Зәйнәғәле ихатаға сыҡҡас, әсәһе ҡыҙына теге «микрофондан ишетелгән сәйер тауыш» тураһында һөйләп бирҙе...

* * *
Яңы танышым Фирүзә үҙенең ата-әсәһе менән бәйле хикмәтле ваҡиғаны, кисә генә булған хәлдәй, бер тынала һөйләүен дауам итте:

‒ Шулай. Атайым башҡа бер ваҡытта ла ауыҙына хәмер ҡапманы. Һүҙендә тормаҫ, тип уйлаһаҡ, әлхәмдүлилләһ, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте арҡылы «йәшел йылан» менән мәңгелеккә хушлашты ул. Төрлө мәжлестәрҙә еҙнәләрем: «Ҡайным, тәмләп ебәр бынау шарапты, бер эскәндән әллә нимә булмаҫ», – тип ҡаңғырта башлаһа, ҡаты ғына итеп: «Мин уның менән әллә ҡасан уҡ хушлаштым. Әллә мин хәмерҙең тәмен белмәй тиһегеҙме?» – тип ҡаты ғына әйтеп ҡуйыр ине. Эсеүен ташлағас, алыштырып ҡуйғандай булды атайыбыҙ. Беҙ уға берсә ҡыуанып, берсә һағайып ҡараныҡ. Төшөмдә уны тағы эсә башлаған икән тип күрәм дә, һиҫкәнеп уянып китәм. Әлдә төш булған әле, тип һөйөнә торғайным. Хәйер, бер биш-алты йыл йөҙәтте ул мине ундай төштәр.

Яйлап ҡына дин юлына ыңғайлай башлаған атайымды күреп, тағы ла ғәжәпләндек. Тәүҙәрәк, әсәйем өйрәткәнсә, йома көндәрендә ғөсөл ҡойоноп, доғалар ҡылып ултырыр булды ул. Аҙаҡтан ауылыбыҙҙа мәсет булмау сәбәпле клубта ойошторолған йома намаҙҙарына йөрөй башланы. Һәр иртәлә тәһәрәтләнеп, аяттар, хәҙистәр уҡып, ятлай алғанын ятлап ултырҙы.

Ә әсәйем, дүрт синыф ҡына бөткән ябай ауыл ҡатыны булһа ла, шул тиклем тәрән аҡыллы, ауыр түләк кеше булды. Бәләкәй сағымда, мәктәптән ҡайтып: «Шул мине кәмһетте, миңә былай тине», ‒ тип ошаҡлашһам, матур ғына итеп: «Ҡыҙым, бер ҡасан да кешегә асыу һаҡлама, үс тотма. Аллаһ Тәғәлә барыһын да күрә, ишетә һәм барыһын да, ваҡыты еткәс, үҙ урынына ҡуя ул», – ти торғайны. Мин, уға эйәреп, биш йәшемдән үк «Фатиха», «Ихлас» сүрәләрен ятланым. Совет власы осоронда мәктәптәрҙә уҡыусыларға «Аллаһ юҡ» тип өйрәттеләр бит инде, әстәғфируллаһ. Әсәйем миңә: «Башҡалар юҡ тип иҫбатларға тырышһа ла, һин Аллаһтың барлығына эстән генә ышан», – ти торғайны.

Атайым, эсеүен ташлап, дингә ҡайтҡас, әсәйҙең һаулығы ҡаҡшай төшкәнен аңғарҙыҡ. Сабыр холоҡло булһа ла, тилбер, ауыр эшкә әрһеҙ булды бит әсәйебеҙ. Ауыр күнәктәр, тоҡтар күтәрһенме, бесән ҡутарһынмы, инде башмаҡтай булған быҙауҙарҙы һыйырҙан айырыу тиһеңме – барыһын да, ярҙамға иҫәп тотмай, үҙе атҡарыр ине. Сирләй башлағас, бер нисә мәртәбә дауаханаға эләккәс тә, «донъям» тип, ҡасып тигәндәй ҡайтып килер ине. Беҙ, балалары, шул саҡта уҡ төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралып бөткәйнек инде. Табиптар әсәйебеҙгә көсәнеүҙе, кәртә-ҡура мәшәҡәттәре менән булыуҙы, ғөмүмән, ауыр эштәрҙе тыйып ҡайтарҙы.

Беҙ малды бөтөрөү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, атайыбыҙ ҡырҡа ҡаршы торҙо:
‒ Юҡ! Хәҙерҙән үк малды бөтөрөп ни! Үҙем һауырмын.

Һәм шулай итте лә. Һыйыр һауырға ултыра ла, ҡысҡырып тороп: «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-раджиим», – тип Ҡөрьән сүрәләрен ятлай башлар ине. Бына бит, әсәйебеҙҙең доғаһы арҡылы Аллаһ Тәғәлә атайыбыҙҙы тура юлға күндерҙе, әлхәмдүлилләһ!

Әсәйем, олоғайғас, ғибәҙәтен тағы ла тулыландырҙы, камиллаштырҙы. Ауырып түшәккә ятҡас та намаҙҙарын ҡалдырмай уҡып барҙы. Күҙҙәренән сөбөрләп йәштәре ҡойолоп торор ине намаҙ ваҡытында. Беҙ, уның өсөн борсолоп:

‒ Әсәй, сәждә ҡылғанда сайҡалып китәһең, башың әйләнә бит. Ятып уҡы һуң, ‒ тибеҙ.
Ул:
‒ Уҡығым килә бит әле, тороп уҡырлыҡ хәлем барҙа тыймағыҙ мине! – тип яуаплай.

Әсәйем мәрхүм булып, күпмелер ваҡыт үткәс, атайыбыҙ һыйырҙарҙы бөтөрөп, һауын кәзәләре алды. Беҙ ҡайтҡанда һөтөн, ҡаймағын, эремсектәрен әҙерләп ҡуя ине. Кәзәләрҙе исем өсөн бер-икене генә түгел, ә күп итеп тотто, үрсетте. Яҙ етһә, ҡаҙ бәпкәләре һатып алып, көҙгә тиклем шуларҙы ҡарап, тәрбиәләп үҫтерҙе. Сәмләнеп донъя көттө. Холоҡ-фиғеле, үҙен тотошо бөтөнләй яҡшы яҡҡа үҙгәреп, беҙҙең өсөн оло терәккә әйләнде атайыбыҙ. Шулай, олоғайған көндәрен ғибәҙәттә үткәреп, ҡатынының, балаларының ҡәҙерен белеп, үҙе лә ҡәҙер-хөрмәттә булды, әлхәмдүлилләһ.

Ҡайһы берәүҙәр яңғыҙ ҡалған атайҙары өсөн борсолоп, эсеп йөрөмәһен, иҫерек саҡта тәмәке төпсөгөн һүндермәйенсә иҙәнгә ташлап, өйҙө яндырып ҡуймаһын, тип ҡурҡһа, беҙ, киреһенсә, атайыбыҙ менән ғорурланып йәшәнек. Әсәйебеҙҙең элек: «Тәһәрәтләнеп, йома көнө булһа ла доға уҡып ултыр», – тиеүенә лә биреләнеп, дау ҡуптарған кеше хәҙер, алыштырып ҡуйған кеүек, беҙгә рухи терәк, хатта ҡайһы саҡта әсәй урынына йыуаныс булды ла ҡуйҙы. Беҙ ҡайтып киткән арала өгөт-нәсихәттәрен биреп, дини һабаҡтарын еткереп, изге теләктәрен теләп тороп ҡалыр ине. Оло ағайҙарымдың «байрам-фәлән» булғанда һыра шешәһе тотоп ҡайтҡанын күрһә, көйөнөп китер булды. «Бөтә бәләләр, фажиғәләр шул шешә арҡаһында бит! Беҙ йәш саҡта мәғлүмәт аҙ ине, алйотлоҡ менән эсеп йөрөлгән. Хәҙер радионан, телевизорҙан һөйләп, гәзиттәрҙә яҙып торалар, нисек шуның зыянын аңламайһығыҙ?» – тип шелтәләне, хәмерҙән ҡәтғи тыйҙы. Мәсеттән китаптар, йоҡа брошюралар һатып алып, бына ошо доғаны ятлап алығыҙ, ошо китапты уҡығыҙ, тип беҙгә таратты, дингә саҡырҙы, Аллаһ Тәғәләнең ризалығында йөрөгөҙ, тип оҙатыр булды.

Әсәйем доға ҡылыуҙа беҙҙең өсөн үрнәк һаман да. Ире ниндәй холоҡло булыуға ҡарамаҫтан, шикләнмәй, Аллаһтан ярҙам һораған да һораған, һәм Раббыһы уға яуап биргән. Аллаһ теләгән кешеһен юлдан яҙҙыра йәки тура юлға күндерә, шуға күрә диндә булмаған яҡындарыбыҙ өсөн беҙ ҙә доға ҡылайыҡ, ялбарайыҡ. Һәм Аллаһ Тәғәлә мотлаҡ Үҙенең киң мәрхәмәтен күрһәтер!

– Аллаһ Тәғәлә атай-әсәйебеҙҙе ярлыҡаһын, уларҙың ғибәҙәттәрен, беҙҙең доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын инде берүк, ‒ тип тарихын осланы танышым Фирүзә.

Ә мин уны түкмәй-сәсмәй һеҙгә еткерҙем, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар. Фәһем өсөн.


(«Ваҡыт!» гәзитенән).

*Исемдәр үҙгәртелде
Фото Т.Роза
Читайте нас: