Даирә
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
19 Июль 2020, 16:45

Чемпионды ла аямаған...

Үтә аяныслы яңылыҡ: 17 июлдә йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионы, 19 йәшлек Руслан Шәрипов вафат булған. Был хаҡта республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итә.

Йәш спортсы Башҡортостандың паралимпия резервы спорт адаптив мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе булған. Ул ишетеү һәләте түбән булғандар араһындағы спортта әүҙем сығыш яһаған, йәш булыуына ҡарамаҫтан, бихисап уңыштарға өлгәшкән. Руслан – республика йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәй чемпионатының көмөш призеры.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы ваҡытта Руслан һәм уның яҡындары финанс ҡытлығы кисергән. Шуға ла егет яҡындарына ярҙам итәм тип, ваҡытлыса таксист булып эшләргә керешкән.
Көндәр үтә эҫе торғанда, дүрт көн дауамында ул пассажирҙар ташыған. Ә йомала, сираттағы сменанан һуң, егеттең йөрәге эҫегә түҙмәгән...
Йәш һәм һәләтле спортсының ғүмере шундай иртә өҙөлөүе бик тә үкенесле. Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: