Барыһы ла һәйбәт кеүек, институт тамамланым, яратҡан һөнәрем бар, тик, ни өсөндөр, әсәйем һәр саҡ ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, йәнгә тейергә, минән әллә ни айырылмаған тиҫтерҙәрем менән сағыштырырға, нисек тә кәмһетергә тырыша.
Уйлаған уйымды тормошҡа ашыра алмаһам, ”әйттем бит, һинең ҡулыңдан килмәй, тип”, һарыуға тейә. Ҡайһы саҡта яҡындарың менән кәңәшләшәһе, йылы һүҙ ишетәһе килә. ”Юҡ, һин уйлағанса, мин эшкинмәгән, зыян килтереүсе әҙәм түгел, тик ниңә мине яратмайһың?”, тигән һорауҙы бик тә бирге килә. Ҡыймайым шул...
“Бына ҡарағыҙ, ғаиләмдә лә өлгөрәм, донъям ялт итеп тора, эшемдә лә күрәләр, етәксе урынбаҫары итеп үрләттеләр, үҙегеҙгә һәр саҡ ирем менән ярҙамлашабыҙ, һеҙгә ярау өсөн мин ни эшләргә тейеш?” - тип үҙемә лә һорау биргәнем бар.
Һуңғы ваҡытта әсәйем менән дә, өләсәйем менән дә эштәге яңылыҡтар, тормошомдағы үҙгәрештәр менән бүлешмәйем, берәй һүҙ ысҡындырып, кәйефте боҙоуҙарынан ҡурҡам. Яңыраҡ улымдың спорт ярыштарында беренселек алыуы тураһында әйткәс, уны дәртләндереү урынына күңелен төшөрҙөләр: ”Уҡыуын уҡыһын, улай шәп булғас. Һин дә йөрөйһөң инде ваҡыт уҙғарып спорт мәктәбендә”. Улымдың яҡшы уҡығанын белмәйҙәр тиһегеҙме? Беләләр, тик ниңәлер йылы һүҙҙәрен йәлләйҙәр.
Былтыр ирем миңә машина алып биргәс, уның тетмәһен теттеләр генә. “Берәй ғәйебе барҙыр, шуны шымартыу өсөн алып биргәндер һиңә ул машинаны,”- тип мине ышандырырға, уның менән һүҙгә килешеүгә этәрергә маташтылар. Ирем: ”Ал да ярамай Бикәгә, гөл дә ярамай Бикәгә,”- тип шаяртырға, күңелде табырға тырышты, әсәйемдең - Гөлбикә, икенсеһенең Әсмәбикә булыуына төрттөрөп.