Прибельский ауылында йәшәүсе Б. ғаиләһе йәйге йәмле көндәрҙе файҙаланып, тәбиғәт ҡосағына ял итергә була. Туғандар, уларҙың балалары йыйылышып, Ағиҙел йылғаһын буйына килә. Ҡояш йылмая, тәбиғәт – иҫ китерлек матур, эргәлә - туғандар. Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк? Тик бәлә эргәлә йөрөй шул. Бер нисә минуттан ҡот соҡос фажиғә булыр, тип кем уйлаған? Ололар табын ҡороп, ашарға әҙерләгән арала, 6 һәм 8 йәшлек ҡыҙ һәм малай йылғаға табан йүгерә. Бер нисә минуттан 6 йәшлек ҡыҙ ярға сыға, ә 8 йәшлек А. һыу инеүен дауам итә. 10 минуттан әсәләре С. Улы янын бара, әммә уны тапмай. Барыһы ла бергәләшеп малайҙы яр буйынын, йылғанан, эргәләге урмандан эҙләй башлай, тик береһе лә уны күрмәй... Бер аҙҙан А.-ҙың кәүҙәһе һыуҙа табыла. Килеп еткән “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре малайға ярҙам итеп ҡарай, әммә һуң була инде...
Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул. Йәшәй ҙә башламаған сабыйҙың ғүмере иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында өҙөлөүе аяныслы. Был ваҡиға тағы бер тапҡыр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәҫкә кәрәклекте иҫкәртә. Кеше ғүмерҙең ҡыл кеүек нескә шул – уйламғаеда ғына өҙөлөүе бар. Сабыйҙың ата-әсәләренең, яҡындарының оло ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ һәм бындай фажиғәләрҙең урап үтеүен теләйбеҙ.
Эльнара АБАКАЧЕВА.