Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
13 Июль 2020, 17:45

Ике көн өйгә ҡайтмаған өсөн...

Дәүләкәндә һөйгән ҡыҙын үлтергән әҙәм аҡтығына хөкөм ҡарары сығарылған. Фажиғәнең сәбәбен ир бик ябай аңлатҡан: һөйгән ҡыҙы ике көн өйгә ҡайтмағас, ул уның

ғүмерен ҡыйған.
Баҡһаң, ғашиҡтар бала саҡтан таныш булған, бер мәктәптә уҡыған. Өлкәнәйгәс, пар бергә йәшәргә ҡарар иткән. Тик бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡыҙ өйҙән сығып китеп юғала башлаған. Һуңғы тапҡыр иһә ике көн ҡайтмаған. Ул йорт тупһаһында күренеү менән ғашиҡтар араһында низағ сыҡҡан, уның барышында ир кухнянан бысаҡ алып ҡыҙҙың арҡаһына ҡаҙаған. Һөйгәне урында уҡ йән биргән.
Фажиғәнән һуң ир ҡыҙҙы ҡотҡарырға маташҡан, танышынан “ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡырыуҙы үтенгән, ә үҙе, үлтергән һөйгәнен ҡалдырып, ата-әсәһе йортона ҡайтып киткән...
Бер нисә сәғәттән фажиғә урынына полиция хеҙмәткәрҙәре лә килгән. Ирҙе СИЗО-ға ултыртҡас, ул ата-әсәһенә ҡыҙҙы ерләү сығымдарын ҡапларға ҡушҡан.
Судта ир уның ҡулынан һәләк булған ҡыҙҙы яратыуын, ғаилә ҡороп йәшәргә теләүен белдергән. Тик ҡыҙҙың даими юғалып тороуҙары уны, йәнәһе, сығарынан сығарған.
Киләһе алты йылды был әҙәм ҡаты режимлы колонияла уҙғарасаҡ. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: news-r.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: