Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
11 Июль 2020, 16:40

Күрше тип, йәлләп...

Миңзиә апайға 57 йәш. Башҡортостандың көньяҡ райондарының береһендә тормош иптә­ше менән етеш, матур донъя көтә улар. Балалары күптән үҫеп, үҙаллы төпләнгән. Баҫмабыҙҙа үткән конкурста еңеүсе­ләр булараҡ осрашырға, танышырға насип итте был ғаилә менән. “Донъя­ғыҙ ҙа, ғаиләгеҙ ҙә бына тигән, әйҙәгеҙ, һеҙ­ҙең хаҡта тулыраҡ итеп яҙайыҡ”, – тигәс, риза­лаш­маны. “Былай ғына, конкурс еңеүселәре тип мәғлүмәт бирһәгеҙ етә”, – тип баш тартты.

Һуңынан сәй табынында икәүҙән-икәү ҡалғас: “Ғаилә тормошоноң төрлө сағы булып китә инде ул, һеңлем. “Татыу, өлгөлө ғаилә” тип яҙып, артыҡ ҡупырайтмағыҙ инде, зинһар. Шаңҡыуҙан әле саҡ сығып, тынысланып йәшәүебеҙгә бер йыл сама­һы ғына әле. Был турала айырым яҙғың килһә – яҙырһың, бәлки, кемгәлер фәһем булыр, тик исемдә­ребеҙҙе үҙгәрт инде”, – тип үтенде. Бына уның бәйәне.

“Күршеләребеҙ Рәсилә һәм Нәғимйән менән ныҡ татыу булып, ҡатышып йә­шә­нек. Өмәләр, һуғым аштары һәр саҡ бергә булды, балалар бергә үҫте. Нисәмә йыл аралашып, шулай матур ғы­на йәшәп ятҡанда, Нәғимйән күрше мәрхүм булып ҡалды. Рәсиләнең ҡай­ғылы сағын нисек тә еңеләй­тергә тырыш­тыҡ, хәл беле­шеү, сәйгә йө­рө­шөүҙе әйтеп тә тормайым. Уның да балалары ҡырҙа, яңғыҙлыҡты артыҡ тойма­һын, тип әйтһә лә, әйтмәһә лә, барлыҡ эшен уртаҡлаштыҡ.

Ауыл ерендә ир ҡулы теймәһә, донъяң шауҙырап бара: йә ул ере ватыла, йә был ере емерелә, тигәндәй. “Ҡоҙоҡ боҙолдо, Мансур ҡа­ра­маҫмы икән?”, “Баҡса­ның бағанаһы ауып, мал ингән, Мансур төҙәтеп ҡуя алмаҫ­мы?” тип ингән һайын, өйҙә ҡырылмаһа ҡырҡ эш ярылып ятһа ла, иремде “Бар ҙа бар” тип ярҙамға ебәрҙем. Яңғыҙ кешенең күңеле былай ҙа китек була, өйҙәге эш эшлә­нер әле, тип уйланым гел.

Шулай элеккесә аралашып йәшәүҙе, Рәсиләгә яр­ҙам итеүҙе дауам иттек. Әммә бер мәл иремдең күр­ше йорт яғына атлығып тороуын, булыр-булмаҫ йомош табып, йышлауын һи­ҙе­нә башланым. Шулай ҙа һис тә генә насар уй уйлағы килмәй. Үҙемде эстән генә шиксел­лектә ғәйепләйем.

Беҙ ҡапсыҡта ятамы ни, һиҙенеүем бушҡа булмаған: ирем күрше ҡатынға тамам эҫенгән булып сыҡты. Был хәлдән шаңҡып ҡалдым. Иң тәүге уйым айырылыу, был хыянатсылар янында бер көн дә тормау булды. Әммә ҡайҙа барам? Балаларым янынамы? Уларҙың үҙ тормошо. Пенсионерҙы ҡайҙа, кем көтөп тора?

Ярһып, нимә эшләргә бел­мәй, апайыма шылтыраттым, илай-илай хәлемде һөйләп бирҙем. “Кейәү ме­нән ныҡлап һөйләш, ошо йәштә донъя туҙҙырып ул­тыр­майһығыҙ инде. Кейәү­ҙең ҡулы алтын, холҡо һәйбәт. Кем яңылыш­май? Һөйләшегеҙ, аңлашы­ғыҙ”, – тип өгөтләне апайым.

Эй, ул көндәрҙе иҫләге лә килмәй. Бигерәк ауыр сыҡ­тым ул хәлдән. Ирем ҡат-ҡат ғәфү үтенде, яңы­лы­шыуын таныны, балалар хаҡына кисер, тип ялбарҙы.

Бына шулай, йәшәп ята­быҙ әле. Хәҙер күрше йорт яғына әйләнеп тә ҡарамай. Ә Рәсилә оятһыҙ булып сыҡ­ты, “иреңде йүнләп ҡарамай­һың, ҡатыны менән араһы яҡшы булған ир ситкә күҙ һалмай ул” тип минең үҙемде ғәйепләп маташты.
Ауыл ере булғас, күрше йәшәгәс, урамда күрешергә лә тура килә. Һаулыҡ та һо­раш­майбыҙ хәҙер. “Их, берәй арыу ғына кеше осрап, яңы­нан тормошҡа сыҡ­һын да, бөтөнләйгә күсеп китһен ине”, – тип теләйем гел. Ва­ҡыты-ваҡыты менән күңелгә ҡыйын. Һәүетемсә генә йә­шәп ятҡан кеүек булһаҡ та, иҫкә төшһә, йөрәк әле лә әллә нимә эшләп китә...” – тип көрһөндө Миңзиә апай.
Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Фото Т.Роза
Читайте нас: