Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
20 Июнь 2020, 15:07

Тик мин генә ғәйепле...

Әлифәнең сибәрлеге күп егеттәрҙең йөрәген урынынан ҡуҙғатты, йоҡоларынан яҙҙырҙы, көҙгө йәш әтәстәр шикелле ҡанға туҙышҡансы һуғышыуҙы әйтәһе лә түгел. Ә һылыуҡай шулар араһынан тик бер генә батырҙы - Фәнилде һайланы.

Йәштәрҙең мөхәббәтенә кемдәр генә көнләшмәне, һоҡланманы! Ә бер көн Фәнилдең ҡулына повестка тотторҙолар. Егетте армияға тотош ауыл оҙатты. Әлифәнең шул ваҡыттағы янып-көйөүе...

- Илама, бына күр ҙә тор, тиҙҙән ҡайтып та етермен, бер йыл ни һә тигәнсә үтер, - тип тынысландырырға тырышты уны Фәнил.

- Эйе, тиҙ генә ҡайт, - тип шыбырҙаны Әлифә...

Донъя шатлыҡтарҙан ғына торһа ине лә бит. Ике ай ҙа үтмәне, һалдаттың ата-әсәһенә "Казармала һаҡһыҙлыҡ сәбәпле улығыҙ ныҡ имгәнде, дауаханала үлде" тигән йән өшөткөс хәбәр килде... Мәрхүмде тотош ауыл менән ерләнеләр, иламаған кеше ҡалманы...

Әлифә иһә бындай ҡара ҡайғынан бөтөнләй йәшәү мәғәнәһен юғалтты, өйҙән сыҡмаҫ, кеше менән аралашмаҫ булды.

"Тик мин генә ғәйепле! Ниңә генә "тиҙ ҡайт" тип әйттем икән, ниңә генә? - тип һыҡтаны ул. - Ил алдындағы бурысыңды намыҫ менән үтә, хеҙмәт итеү ваҡытың тамамланғас, бер йылдан осрашырбыҙ, тип юрарға кәрәк булған да бит. "Тиҙ бул", "йәһәт йөрө" кеүек һүҙҙәрҙе бер ҡасан да әйтергә ярамай, ашығыуҙың яман менән бөтөүе ихтимал, ти торғайны бит өләсәйем. Ниңә генә ҡабаландырҙым, сабырһыҙлыҡ күрһәттем?.."

Йәш ҡыҙҙың ошолай һөйгәненең үлемендә тик үҙен ғәйепләүе дөрөҫмө?..
Фото: Т.Роза
Автор: Илдар Акьюлов
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: