Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
18 Июнь 2020, 14:30

"Минең кеүек ҡулһыҙ кеше ни эшләй алһын инде?!.”

“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы! Мин, Илгизәр Усманов, етәксемә йоғонто яһай алмағанлыҡтан һеҙгә яҙам. Туймазы ҡалаһында пластик торбалар заводында агломератор станогында эшләй инем. Хеҙмәт хәүефһеҙлегенең яҡшы ойоштормауы сәбәпле, быйыл 26 февралдә производствола ҡулымды юғалттым. Н1 акты буйынса, минең ғәйеп юҡ. Әле эш биреүсе хеҙмәт хаҡының килешеүҙә күрһәтелгәндән күберәк булғанын танырға теләмәй. 200 мең һум һәм эш тәҡдим итәләр, ә протез 2430000 һум тора. Ғаиләм, балаларым бар. Эш биреүсе рухи һәм матди зыян өсөн түләмәҫкә тырыша. Ғәҙеллеккә өлгәшеүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һорайым.Хөрмәт менән һеҙҙең уҡыусығыҙ”.

Ул, ғәҙәттәгесә, килгәс тә ҡорамалдың торошон тикшерә, 00.30 сәғәткә тиклем әҙерлек эштәре менән була. Тәнәфестән һуң төнгө сәғәт 1-ҙә агломераторҙы тоҡандыра. Барлыҡҡа килгән агломерат әйләнгән ротор бысаҡтары тәьҫирендә осоп сыға башлағас, оператор уны, һуңынан эшкәртеүгә ебәреү өсөн, бэг киҫәге менән ҡаплай. Уң ҡулы менән шул киҫәккә баҫа, аҙаҡ пластик таяҡ табып, уның ярҙамында агрегат эсендәге сеймалды тоторға маташа. Тик пропилен киҫәге менән бергә ҡулы ҡапыл эскә тартыла. Ирҙең ҡысҡырыуына башҡа эшселәр йүгереп килә. Медицина хеҙмәткәрен, "Ашығыс ярҙам" саҡырталар. Төндә Илгизәрҙе ауыр хәлдә Туймазы үҙәк район дауаханаһына алып киләләр, унда 10 мартҡа тиклем ята.
Әйтергә кәрәк, республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етештереү урынындағы бәхетһеҙ осраҡты тикшереү һөҙөмтәһендә операторҙың бығаса полипропилен бэгтары менән эшләмәгәнен асыҡлай. Яңы сеймалды Усмановтың сменаһы алдынан алып килгән булғандар. Ул ғәҙәттәгесә хеҙмәткә тотонған, быға тиклем полиэтилен менән эшләгән булған. Яңы сеймал икенсе тығыҙлыҡта, ошоға бәйле уны агрегат сығарып ташлаған. Бәхетһеҙ осраҡтың түбәнге сәбәптәре асыҡлана: производство эше ҡәнәғәтләндерерлек ойошторолмаған, хеҙмәтте һаҡлау системаһы юҡ, яңы сеймал менән эш итеү буйынса инструктаж үткәрелмәгән.
Был ғәҙәттән тыш хәл буйынса Туймазы район-ара тәфтиш бүлеге енәйәт эше ҡуҙғата. Усманов зыян күреүсе тип таныла. Был эштең нисек тамамланғаны билдәһеҙ. Һәр кем яҡшы аңлай: ҡулһыҙ ҡалған кешегә медицина ярҙамы талап ителә, дарыуҙар алыу һәм протез өсөн дә аҡса кәрәк.
“Бөтә нәмәне үҙем һатып алам. Әле 12 мең һум аҡса ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы баҫҡан дарыуға китте. Больничный – 14,5 мең һум. Уның алты мең тирәһе генә үҙемә ҡала, сөнки беренсе никахтан булған ике балаға алимент тоталар. Тағы ла ике улым бар: береһенә – бер, икенсеһенә өс йәш. Бөтәһен дә ҡарарға кәрәк. Тик минең кеүек ҡулһыҙ кеше ни эшләй алһын инде?!” – ти Илгизәр Усманов.
Мәғлүм булыуынса, Илгизәр менән шәхси эшҡыуар Рузил Сәхәүетдинов әлегә уртаҡ тел тапмаған. Әммә ҡулһыҙ ҡалған замандашыбыҙ, ғәҙеллек тантана итер, тип ышана. Ә беҙ Илгизәр Усмановтың яҙмышы артабан нисек хәл ителерен күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Фото Илгизәр Усмановтың шәхси архивынан.
Автор: Рәмилә Мусина.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/326370
Читайте нас: