Илдарға, ябай тел менән әйткәндә, яман шеш диагнозы ҡуйылған. Тап ошо сир, метастаза биреп, ҡан китеүенә килтергән. Вирусҡа шик тыуғас, уны 8-се дауаханаға күсерәләр. Егеткә ашығыс рәүештә онколог ярҙамы кәрәк. Тик мәсьәлә хәл ителерлек түгел, сөнки ул үпкәһенә һалҡын да тейҙергән, уның ҡасан ипкә киләсәген бер кем дә әйтә алмай. Иммунитет ҡаҡшаған, ә яман шеш аҙғандан-аҙа, егеттең хәле көндән-көн насарлана.
- Миңә онкодиспансерҙа дауаланырға кәрәк, сөнки хәлемдең бөткәнен һиҙәм, көс юҡ, аяҡ-ҡулдар йөрөмәҫкә итә, ҡан китеү йонсота, ныҡ ауыртынам. Йүнләп йөрөй ҙә алмайым, ә мин үтә йәшмен, минең ғаиләм, балаларым бар! - тип үртәлә Илдар.
Ул үҙенең сирендә бер кемде лә ғәйепләмәй, киреһенсә, табиптарҙың уға ярҙам итеүен баһалай. Әммә онколог ярҙамы булмағанда, һәләк буласағын аңлай. Хәлгә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иғтибар иткән, ниндәй ҡарар ҡабул ителер, әлегә билдәһеҙ. Яҡшыға өмөтләнәйек.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова.