Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
16 Июнь 2020, 17:05

Уҙаманға ҡул бирһәң, абруйың артыр!

“Ваҡытты дөрөҫ бүлә белеүҙең тормошта кәрәге тейер, эргә-тирәләге кешеләргә һәр ваҡыт иғтибарлы булығыҙ – ошо ике хәҡиҡәтте бер ҡасан да онотмағыҙ, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Ваҡыт менән идара иткәндә генә бөтә ергә лә өлгөрөргә мөмкин, ә инде кемгәлер ярҙам итеү бөтәһенән дә өҫтөн”, – яратҡан уҡытыусымдың мәктәп йылдарында әйткән һүҙҙәре ғүмерлеккә иҫтә ҡалған.

Ошо көндәрҙә ваҡытын әрәм-шә­рәм итмәгән ҙур йөрәкле бер егетте осраттым. Уның менән әллә ни оҙаҡ аралашмаһам да, бик күп мәғлү­мәткә эйә булдым, арабыҙҙа мәрхә­мәт­леләрҙең күплегенә һөйөндөм.

– Ҡалала кемдәрҙе генә тап итмәйһең, ҡырҡ атаның ҡырҡ бала­һы, төрлөсә улар, – тип һөйләй Өфө ҡалаһында урынлашҡан “Үҙәк” ком­мер­цияға ҡарамаған акцио­нерҙар ойошмаһы етәксеһе Азамат Зиннуров. – Меңдәр-миллиондар ара­һында ауыр тормош хәлендә ҡал­ғандарҙың осрауы бигерәк тә аяныслы. Һирәк-һаяҡ күренеп ҡа­лалар – урам сатында йәки магазин ишеге төбөндә хәйер һора­шып ултыралар, күптәр баҙар тирә­һендә, сүп-сар контейнерында соҡсо­налар. Һүҙ ҙә юҡ, ҡыҙғаныс күренеш.

Ысынлап та, шундай­ҙар­ҙың һәр береһенә күҙ ташлау менән күңелдә йәлләү тойғоһо уяна. Ни өсөн улар шундай хәлгә ҡалған? Берәүҙең эргә­ләге аҙыҡ-түлек магазинының ишеген асып-ябып тороуы иғти­барҙы йәлеп итте. Бахыр, ул үҙенсә нимәгәлер өмөт итә. Кемдер аҡса ташлай кәпәсенә, икмәк, бүтән төрлө ашамлыҡ биреүселәр ҙә табыла. “Биргән хәйер аҡсам аҙ генә булһа ла йәшәйешенә еңеллек килтер­һен ине” тигән уй күптәрҙе оҙатып йөрөйҙөр, моғайын.

Йәшәргә урыны булмаған­дарҙы бушлай ашатыу тәңгә­лендә эшмәкәрлеген көйләгән Азамат Ансар улы билдә­лә­үенсә, былтыр ике мең ярым ти­рәһе шундай кешенең тамағын туйҙырыуҙы хәстәр­лә­гәндәр. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиһәләр ҙә, ҡайһы берәү­ҙәр­ҙең үҙенә ҡул һелтәп ҡу­йыуы йөрәкте әрнетә. “Арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит” тигән принциптан һаман да ҡотола алмай ундайҙар. Әлбиттә, тормошонда ыңғай яҡҡа ҡырҡа боролош яһаған­дар ҙа етерлек, уларға “афарин!” тиеүҙән бүтән һүҙ юҡ. Ара­ларында төрлө кеше осрай, холоҡ төҙәтеү колония­һынан сыҡ­ҡан­дарҙан алып элекке түрәләргә хәтлем урам ҡыҙыра, подвалдарҙа йоҡлап йөрөй.

“Ҡыҙыл тәре” ойошмаһы бир­гән мәғлүмәттәргә ҡара­ғанда, республи­кабыҙҙа йә­шәр­гә урыны булмаған биш меңгә яҡын берәҙәк иҫәпләнә. Ә социологтар ошо һанды яҡынса икегә ҡабатларға ҡуша.

Азаматҡа ҡул бирһәң, абруйың артыр, тибеҙ. Азамат Зиннуров менән осрашҡандан һуң, был егеткә ҡарата ихтирам бермә-бер артты. Һәр кемдең ҡулынан килерлек эшме был? Битарафлыҡ сәскә атҡанда, теләктәшлек тойғоһо юғала бар­ған­да был егеттең изге эш-ғәмәлдәре алдағы көндәргә ышаныс менән ҡарарға өмөт уята.

Өфө ҡалаһы.
Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ
Читайте нас: